+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
15 Декабрь 2022, 17:30

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

14 декабрь – Башҡорт теле көнө уңайынан гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә ҡәләм тибрәтеүсе дуҫтарыбыҙ араһында «Әсәм теле – сәсән теле» тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан бик күп хаттар алдыҡ. Шиғыр, ҡобайыр, мәҡәлә, әкиәт, эссе...Ниндәй генә жанрҙа ижад итмәгән ҡыҙҙар һәм егеттәр! Һәр бер эш йөкмәткеле, үҙенсәлекле, маҡтауға лайыҡ.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Жюри ағзалары Алһыу Баймырҙина (Күгәрсен районы Мораҡтағы 1-се мәктәптең IX синыф уҡыусыһы), Яҙгөл Ишбаева (Учалы районы Миндәк ауылындағы 7-се мәктәптең V синыф уҡыусыһы), Регина Маннапова (Ғафури районы Красноусолдағы 3-сө мәктәптең VIII синыф уҡыу­сыһы), Юлиә Моратшина (Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы), Айгүзәл Исмәғилева (Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле мәктәбенең V синыф уҡыусыһы), Әминә Билалова (Өфө ҡалаһы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы), Ләйлә Нөғәмәнова (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының IX синыф уҡыусыһы), Инсаф Шәмсетдинов (Салауат районы Әлкә мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы), Гөлназ Хәзетдинова (Балтас районы Тусыбай мәктәбенең III синыф уҡыусыһы), Алтынай Теләүсина (Баймаҡ районы Ишмырҙа мәктәбенең II синыф уҡыусыһы), Айтуған Барлыбаев (Баймаҡ районы Йомаш мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы), Зарина Петрова (Туймазы районы Иҫке Туймазы мәктәбенең II синыф уҡыусыһы) һәм Карина Ғиззәтуллиналарҙы (Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының V синыф уҡыусыһы) еңеүселәр тип билдәләне. Уларға «Йәншишмә» гәзитенең Маҡтау грамотаһы һәм билдәле яҙыусыларҙың автографлы китаптары тапшырыласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Ҡалған авторҙарҙың иң яҡшы эштәре гәзитебеҙҙең алдағы һандарында донъя күрәсәк.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: