+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
15 Декабрь 2022, 10:15

Мәскәүҙә — башҡорт теле байрамы

"Башҡорт теле көнө..." – тиһәк, шунда уҡ мәғрифәтсе, сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың шиғри юлдары иҫкә төшә: "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк, арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк..."

Ысынлап та, мәҙәниәтле, белемле, ғилемле булғың килһә – уҡырға кәрәк, ә үҙ халҡыңдың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнер өсөн телде белеү мотлаҡ. Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында Башҡорт теле көнө  үткәрелә. Башҡорт теле байрамын 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, сәсән, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Башҡортостанда йәшәүсе балалар был байрамдың 2015 йылдан башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнеүен бик яҡшы беләләр.   Был күркәм сара рәсми рәүештә  2019 йылдан үткәрелә, ә бына Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәр нисек уҙғаралар икән Башҡорт теле көнөн?

Мине 10 декабрҙә ҡунаҡҡа саҡырҙылар, ябай йортҡа түгел, Мәскәү ҡалаһының тап үҙәгендә урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә.

Ҡурай моңо ағылған залға килеп ингәс, мин баҙап, юғалып  ҡалдым – ҡайҙа мин, Башҡортостандамы әллә Рәсәй баш ҡалаһы Мәскәүҙәме?! Тамашалар залы матур итеп биҙәлгән– милли кейемдәр эленгән, һүрәттәр, китаптар күргәҙмәһе... Иң матур күренештәрҙең береһе, әлбиттә – гөл-сәскәләй байрамса кейенгән, яһанған малайҙар,ҡыҙҙар, ата-әсәләр, ҡунаҡтар...

Бына йөрәктәрҙе дәртләндереп, тыуған Башҡортостандың гүзәл күренештәренә әйҙәп,тағы ла ҡурай моңо ағылды.Сәхнә уртаһына Милли мәҙәниәтте үҫтереү һәм йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Айгөл Дәүләт ҡыҙы Саҡаева сығып, байрам тантанаһын асты һәм Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Нурахман улы Халиҡовҡа һүҙ бирҙе. Ришат Нурахман улы тел байлығы, телдең йәмғиәттә тотҡан урыны, башҡорт теленең кәрәклеге хаҡында балалар күңеленә үтеп инерлек итеп һөйләне.

"Башҡорт этномәҙәни клубы " видеопрезентацияһына тамаша ҡылғас, башҡорт телендә  мәҙәкле һәм фәһемле йәнһүрәт ҡарап   алғандан һуң, уның йөкмәткеһе буйынса  уҡытыусы апайҙары биргән сетерекле һорауҙарға кескәйҙәр беренән-бере уҙышып яуап биреп, башҡортса белемдәрен күрһәтте.

Әхмәҙуллин Йософ (3-сө синыф), Әхмәҙуллина Нәфисә (6 йәш), Үмәрғолов Камил, Ваһабов Мансур «Беҙҙең ил»йырын бик дәртле итеп башҡарҙы.Залдағы балалар ҙә ҡушылып йырламай түҙеп ултыра алманы.

Үмәрғолов Камил менән Ваһабов Мансур шәп йырсы ғына түгел, өҙҙөрөп ҡурайҙа ла уйнайҙар, дәртләндереп ҡумыҙ ҙа сиртә беләләр икән. Уларҙың уйнағанын тыныс ҡына тыңлап ултырып буламы һуң?! Кескәйҙәр, ҡулға- ҡул тотоношоп, шунда уҡ залда бейей-бейей әйләнергә  керештеләр.

Сәхнәгә "Сулпылар" бейеү коллективынан тал сыбыҡтай  ҡыҙ, 12 йәшлек Мәликә Хазиева, "Тамсы" бейеүе менән тамашасыларҙың күңелен арбаны, уның аҡҡош ҡанатындай наҙлы ҡулдары, серле ҡараштары, һомғол хәрәкәттәре  хуш килде. Мәликәнең сығышын дәррәү алҡыштар менән ҡабул иттеләр.

Бына    талпынып, дәртле башҡорт егеттәре  бейеүе менән Әмир Турабов сәхнәне иңләне. Уның хәрәкәттәре ысын  егеттәрсә сая, ул әле бөркөттәй ҡанаттарын йәйҙе, әле тапҡыр һунарсылай уҡ йәйәһен тартты, әле олпат баһадирҙарса ныҡлы баҫты. Шулай ул башҡорт егеттәре, Мәскәүҙә лә һынатмай – бейеһә– кәрәген биреп оҫта баҫа, йырлар булһа– сәхнәләрҙе шаулатырлыҡ  итеп йырлай, ҡурайҙа уйнаһа  – үҙәктәрҙе өҙҙрөп уйнай.

Мәскәү башҡорт балалары йырлап бейеү менән генә уҙғарғандар икән был сараны, тип уйлай күрмәгеҙ. Тағы ла йәнһүрәттәр, викториналар, төрлө уйындар бер нисә сәғәт дауамында барҙы, балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаштылар, йырланы, балалар ыңғайына бейеп тә алдылар.

Мәскәүҙә йәшәүсе Ырымбур ҡыҙы "Сәсән" клубы етәксеһе Әлфиә Агеева  ла  үҙ телен белмәгәнлектән ниндәй ыҙалар кисергәнен, күңеленә шиғри юлдар күпме килһәләр ҙә, уларҙы ҡағыҙға теркәй алмауы хаҡында бик әсенеп һөйләне һәм шул турала үҙенең бер шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Барлыҡ тамашасылар исеменән  Башҡорт этно-мәҙәни клубының етәксеһе Әхмәҙуллина Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙына әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Маҡтау ҡағыҙы һәм гөлләмәләр бәйләме тапшырҙылар.

Миңә лә сығыш яһау бәхете тейҙе, бер нисә шиғырымды уҡып ишеттерҙем.  Башҡорт этно-мәҙәни клубы, башҡорт теленән дәрес биргән уҡытыусылар,ошо сарала ҡатнашҡан ата-әсәләр, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге лә ситтә ҡалмайса, уҡыусылар араһында иң популяр баҫмаларҙың береһе "Йәншишмә" гәзитен алдырып уҡыу ғына түгел, үҙҙәре лә мәҡәләләр яҙырҙар, мәҙәкле хәлдәр тураһында фотоһүрәттәр ебәрерҙәр, тигән теләгемде лә белдерҙем.Сығыштырҙан һуң бөтә ғаилә өсөн милли кейем тегелгән фотозона эшләне. Кисәне илһамлы, матур итеп әҙерләп алып барыусы ҡыҙҙар - Милли мәҙәниәтте үҫтереү һәм йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Айгөл Дәүләт ҡыҙы Саҡаева, Шәйхитдинова Айзирә  –  Башҡорт этно-мәҙәни клубының мәктәп төркөмө уҡытыусыһы, шулай уҡ

Әхмәрова Сәлимә – Башҡорт этно-мәҙәни клубының кескәйҙәр төркөмө уҡытыусыһы.

Ниһайәт, сараның тағы ла бер мәле– башҡорт халҡында ҡунаҡсыллыҡты күрһәтеү ҙә  бик әүҙем барҙы:балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа һыйҙың уртаһында булдылар. Ата-әсәләр:"Бында башҡорт телендә балалар өсөн китаптар ҙа һатыу ойошторолһа, ҡайһылай шәп булыр ине!"– тигән теләктәрен белдерҙе.

Беҙҙең  халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүрҙең балаларға яҙған шиғырында шундай юлдар бар: "Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә,

Минең йәшәү тамырҙарым башҡорт ерендә,– тип яҙғайны, ысынлап та, Мәскәү балаларының да тамырҙары Башҡортостанда, шуға ла улар үҙ телдәрен тырышып өйрәнә, мәҙәниәтле булып үҫә.

Йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған ойоштороусылар маҡсаттарына ирештеләр, тип уйларға мөмкиндер.

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ мәғариф отличнигы.

 

Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә  — башҡорт теле байрамы
Мәскәүҙә — башҡорт теле байрамы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: