-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
16 Декабрь 2022, 11:10

Теле барҙың — иле бар

Хәйбулла районының мәғариф системаһында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында «Теле барҙың-иле бар» форумы ойошторолдо.

Теле барҙың — иле бар
Теле барҙың — иле бар

Унда район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, мәғариф идаралығы етәксеһе Салауат Байсурин, башҡорт теле уҡытыусылары, район балалар баҡсаларының тәрбиәселәре, мәғариф идаралығы методистары ҡатнашты.
Сара балалар баҡсаһы буйлап экскурсия һәм күргәҙмәләр презентацияһынан башланды, артабан ҡунаҡтар өлкән төркөмдәрҙә асыҡ дәрестәр ҡараны.Форумдың төп өлөшө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең концерт номерҙарынан, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район конкурсы еңеүселәренең сығыштарынан башланды. Форумда ҡатнашусылар: башҡорт теле, юғала барған телдәрҙең береһе булараҡ, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән, шуға күрә хәҙер туған телде һаҡлап ҡалыу һәм үҫеп килгән быуынға тапшырыу мөһим, тигән уртаҡ фекергә килделәр. “Мәктәп театры” проекты район мәктәптәрендә уңышлы тормошҡа ашырыла башланы. Телде һаҡлау ысулдарының береһе булараҡ, мәктәп театрҙары менән нәҡ башҡорт телендә эшләй башларға тәҡдим ителде. Форумдың аҙағында тел белгестәре барыһы ла тәү сиратта башҡорт телен һаҡлау буйынса эш ғаиләлә башланырға тейеш, тигән һығымтаға килде.
 Әгәр күберәк туған телдә аралашһаҡ, башҡорт телендә китаптар уҡыһаҡ, башҡорт теле йәшәйәсәк, киләсәге яҡты буласаҡ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Теле барҙың — иле бар
Теле барҙың — иле бар
Теле барҙың — иле бар
Теле барҙың — иле бар
Теле барҙың — иле бар
Теле барҙың — иле бар
Теле барҙың — иле бар
Теле барҙың — иле бар
Теле барҙың — иле бар
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: