+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
18 Декабрь 2022, 16:50

Телһөйәрҙәр тәрбиәләй

Өфөләге 2-се «СМАРТ» республика күп профилле полилингваль гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Рәйес ҡыҙы Сафиуллина Мәскәү ҡалаһында үткән туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә I урын яулап, Башҡортостаныбыҙҙың данын күтәрҙе. Бөгөн беҙ уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Телһөйәрҙәр тәрбиәләй
Телһөйәрҙәр тәрбиәләй

– Ләйсән Рәйес ҡыҙы, үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтегеҙ әле.
– Мин сығышым менән Баймаҡ районынанмын. Үрге Иҙрис ауылында тыуып, Һаҡмар һыуҙарында ҡойоноп үҫкәнмен. Мәктәбебеҙҙә IX синыфты тамамлағандан һуң Сибай интернат-гимназияһында уҡыным. Ә юғары белемде Сибай институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә алдым.
– Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландығыҙмы?
– Эйе. Уҡытыусы һөнәре – бала саҡ хыялым. Шиғырҙар һөйләргә, яҙышырға әүәҫлегемде күреп, өләсәйем дә йыш ҡына: «Минең ҡыҙым уҡытыусы булыр!» – тип арҡамдан һөйөп алыр ине. Был һөнәргә һөйөү мәктәп йылдарында нығына барҙы. Үрге Иҙрис мәктәбендә, Сибай интернат-гимназияһында, Сибай институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡығанда һоҡланғыс уҡытыусылар эргәмдә булды. Улар күңелемдә телһөйәрлек, илһөйәрлек тойғоларын үҫтерҙе. Уҡытыу­сыларымдан ныҡ уңдым.
– Бөгөн һеҙ уҡытҡан белем усағында башҡорт теле нисегерәк уҡытыла?
– Был мәсьәләгә беҙҙә етди ҡарайҙар. Гимназиябыҙ уҡыусылары башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та тырышып һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Шулай булырға тейеш инде. Баш­ҡортостанда йәшәйбеҙ бит. Дәүләт теле булараҡ – һәр уҡыусы, ә туған теле итеп 179 бала башҡорт телен өйрәнә. Әйткәндәй, I һәм II синыфтарҙа инглиз-башҡорт теле синыфы асылды.
Беҙҙә хәҙер илһөйәрлек тәрбиәһенә лә иғтибар артты. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыфтар бар. Был балалар тел, тарихты, тәбиғи фәндәрҙе өйрәнә, хәрби әҙерлек һәм спорт буйынса етди шөғөлләнә.
– Һеҙ үҙегеҙ береһенән-береһе матур өс ҡыҙ үҫтерәһегеҙ. Улар өйҙә башҡортса һөйләшәме?
– Әлбиттә. Алтынай ҙа, Вилена ла, Ҡәҙриә лә башҡорт телен белеп үҫә. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған туған йәнле, рухлы, намыҫлы, итәғәтле ҡыҙҙарым йәнемде һөйөндөрә. Донъям йәме улар. Бәләкәс ҡыҙым Ҡәҙриә – иркә, шаян, көләкәс, уртансыһы, Вилена – баҫалҡы, киң күңелле, ярҙамсыл, ә өлкәне, Алтынай – хисле, наҙлы, яғымлы.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыу ҡыйынмы?
– Һәр эштең үҙ ауырлығы бар. Был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем. Эшем ныҡ оҡшай. Уҡытыусы һөнәр генә түгел, ә һайлаған яҙмыш, беҙҙең булмыш бит. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булараҡ, дәрестәремдә мин телебеҙҙе өйрәнергә, белергә, яратырға кәрәклекте уҡыусыларымдың аңына һалырға тырышам. Беҙ киләсәгебеҙҙе уйларға тейешбеҙ. Балаларыбыҙ туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы белеп үҫһендәр. Тел­һөйәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләйек.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Ләйсән Рәйес ҡыҙы. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: