+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
19 Декабрь 2022, 09:50

Башҡорт икәнлектәрен онотмайҙар

Свердлов өлкәһендә йәшәгән башҡорттар ҙа тамырҙарын онотмай. Унда 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем Башҡорт мәҙәниәте көндәре бара, шул айҡанлы III «Беҙ бергә» мәҙәниәттәр фестивале үтә. Был проект буйынса мәғариф учреждениеларында, мәҙәниәт йорттарында халыҡты Свердлов өлкәһенең башҡорт мәҙәни-тарихи үҙәге менән таныштыралар. Башҡортостан, уның ете мөғжизәһе, халыҡ шағиры Мостай Кәрим, баш­ҡорт кинорежиссёры Айнур Асҡаров тураһында презентациялар тәҡдим ителә. Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөргән «Өс таған» фильмын бушлай күрһәтеү ойошторола. Уҡыусылар араһында фильм сюжеты буйынса һүрәттәр һәм ҡулдан яһалған уйынсыҡтар конкурсы ла уҙа.

Башҡорт икәнлектәрен онотмайҙар
Башҡорт икәнлектәрен онотмайҙар

Свердлов өлкәһендә быйыл яҡташ яҙыусылары хөрмәтенә Президент фонды ярҙамы менән «Бажов һәм башҡорттар» проекты ла тормошҡа ашырыла икән. Әйткәндәй, Нәжиб Иҙелбай был Урал яҙыусыһының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Уҡыусылар саралар ва­ҡытында Павел Бажовтың «Алтынсәс» әкиәтен урыҫ һәм башҡорт телдәрендә уҡый. Викторина һорауҙарына яуап бирәләр.
Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә йә­шәй күрше өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙ. Йәй көнө «Тамырым – башҡорт» тигән бик шәп форумға төрлө өлкәләрҙән балалар йыйылды. Улар өсөн бай программа әҙерләнгәйне. Бәләкәй милләттәштәребеҙ Баш­ҡортостандан халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеп, дәртләнеп, киләсәккә пландар төҙөп ҡайтты.
Рөстәм Ҡалмырҙин, мәҫәлән, үҙҙәрендә үткән «Урал батыр», «Һеңлекәш» фестивалдәрендә ҡатнашып, форумға юллама алған ине.
– Олатайым – Түңгәүер ырыуынан. Уның яғынан 7 быуын шәжәрәбеҙҙе беләбеҙ. Ә өләсәйемдең 9 быуынға тиклем шәжәрәһе төҙөлгән. Ул – Бөрйән ырыуынан. Артабан тамыр­ҙарыбыҙҙы өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Өфөлә архивта 5 мең кешенең тарихы яҙылған документтарҙы күреү, Шүлгәнташта боронғо һүрәттәрҙе ҡарау, мәмерйәгә 4 мең йыл икәнен белеү ныҡ тәьҫир итте. Үҙем өсөн Башҡортостанды икенсе яҡтан астым. Башҡорт телен өйрәнәсәкмен. Был миңә халҡыбыҙ мәҙәниәтен, Башҡортостанды яҡшыраҡ белергә ярҙам итер, – тигәйне Рөстәм.
Екатеринбургтағы 167-се мәктәптән Владик Сисәнбаев «Күгәрсен» башҡорт-татар ансамбленә йөрөй икән. Бейей һәм йырлай. Патруши тигән ауылдан Иван Прямиков «Йәдкәр» башҡорт халыҡ театрында шөғөлләнә.
– Мин Ҡатай ырыуынан, Ҡур­ған өлкәһенән буламын. Киләсәктә республика башҡорт инженер интернат-лицейында уҡырға теләйем. Алтынай Вәлитовтың концерт-дискотекаһы, төрлө яҡтарҙан килгән тиҫтерҙәр менән аралашыу, Салауат Юлаев һәйкәле бик оҡшаны, – ти Иван.
– Башҡортостанда булырға яратам. Ә был форумда уның тураһында күберәк белдем, республика миңә тағы ла яҡыныраҡ булып китте. Тамырҙарыңды өйрәнеү мөһим икәнен аңланым, был кешене рухи яҡтан байыта. Шәжәрәмде лә төҙөгөм килә. Хәҙер мин Башҡорт иле тураһында тағы ла күберәк белергә тырышам. Фортепь­янола башҡорт көйҙәрен өйрәнәм. Бәлки, конкурстарҙа ла ҡатнаша алырмын. Әсәйем яғынан тамырым – башҡорт, туғандарым Ауырғазы районында йәшәй, – ти Аделина Мөхәмәтшина.


Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Башҡорт икәнлектәрен онотмайҙар
Башҡорт икәнлектәрен онотмайҙар
Башҡорт икәнлектәрен онотмайҙар
Башҡорт икәнлектәрен онотмайҙар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: