+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
20 Декабрь 2022, 12:30

Әминә ҡыҙым "Өмөт" номинацияһына лайыҡ булды

"Минең Рәми" конкурсы тамам. Бер йылға яҡын Әминә ҡыҙым  (Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт  гимназияһының IV cиныф уҡыусыһы) ғына түгел, беҙ ҙә ошо конкурс эсендә йәшәнек.Бәйгегә тиклем бер йыл элек әле, Әминә бик яратып, Рәми Ғариповтың "Кеше" шиғырын ятлап йөрөнө.

Төрлө сараларҙа сығыш яһаны. Конкурстың һайлап алыу этабына ла ошо шиғыр менән үтте. II турға, ниңәлер, шиғырын алыштырырға ҡуштылар. Ҡыҙым менән шағирҙың бөтә ижадына тиерлек байҡау яһағанбыҙҙыр шиғыр эҙләп, миңә оҡшағаны уға бармай йәки киреһенсә. Эҙләнә торғас, "Һөтлөгәндәр" шиғырына туҡталдыҡ. Йәмле йәйҙә, Өфөгә килеп, студияла шиғыр яҙҙырыу Әминәгә ныҡ оҡшаны. Ошо шиғыр менән тағы бер турҙы үтергә насип булды, бының өсөн туғандарыбыҙға, дуҫтарға, таныштарға ҙур рәхмәтлебеҙ. Финалға тағы ла 8 шиғыр әҙерләргә кәрәк ине, Әминә уларын да бик тиҙ ятлап алды. Рәмзил Сәлмәнов үткәргән дәрестәрҙән күп нәмә алдыҡ, ҙур рәхмәт!
Гала-концерт юғары кимәлдә ойошторолған, һәр ҡатнашыусыға айырым иғтибар бүленде. Бүләктәр ҙә бик матур ине. Әминә "Өмөт" номинацияһында еңеүсе булды! Афарин, ҡыҙым, яҡты киләсәгең алда әле!
Һәр кем шиғырҙы үҙенсә уҡый, үҙенсә ҡабул итә. Мин дә шағирҙы үҙем өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан астым. Рәхмәт, “Минең Рәми”!

 

 Гөлдәриә Билалова.

 

Фото: vk.com

Әминә ҡыҙым "Өмөт" номинацияһына лайыҡ булды
Әминә ҡыҙым "Өмөт" номинацияһына лайыҡ булды
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: