+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
20 Декабрь 2022, 10:50

"Яратам мин туған телемде!"

Тел – ул халыҡтың тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна.

Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһы. Уға тиң баһа юҡ. Һүҙҙең атаһы аҡыл икән, әсәһе – тел, тип яҙған Ғайса Хөсәйенов. Бик хаҡ һүҙҙәр. Беҙ быны онотмаҫҡа тейешбеҙ. Ә балалар был хаҡта ни уйлай? Әйҙәгеҙ, уларҙың фекерҙәрен дә беләйек.

Башҡортостанымды, хал­ҡымды, ҡурай моңон яратам. Тик беҙҙә генә тәмле бишбармаҡ, ҡымыҙ бар бит ул. Ҡунаҡсыл халҡымдың теле бигерәк моңло, матур шул.


Инйәр ҒИМАЛОВ.


* * *

Беҙҙең телебеҙ – иң матуры. Йырҙарыбыҙ моңло, йолаларыбыҙ иҫ киткес. Халҡыбыҙҙың тарихы бай булыуы һоҡландыра.


Артур МӘҒӘФҮРОВ.

* * *

Мин башҡорт теле дәрестәрен һәр саҡ көтөп алам. Ши­ғыр­ҙар ятлайым, яңы һүҙҙәр өйрәнәм. Киләсәктә матур итеп башҡортса һөйләшергә лә өйрәнермен, тип уйлайым. Сөнки беҙҙе башҡорт теленән Римма Баймырҙина апай уҡыта. Дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә.

Лира ПОЛЯКОВА.

* * *

Атайым да, әсәйем дә – баш­ҡорттар. Ауылда рәхәтләнеп өләсәйем менән үҙ телебеҙҙә һөйләшәм. Ғаиләбеҙ менән баш­ҡорт уйындарын уйнайбыҙ. Башҡорт теле дәресе еткәнен түҙемһеҙләнеп көтәм. Көн һайын булһа, тағы яҡшыраҡ булыр ине.

Юлиә ЯЛАЛОВА.

* * *

Башҡорт телен яратам, сөнки рәхәтләнеп башҡортса китаптар, «Аҡбуҙат»ты уҡыйым.

Нурислам МӘХМҮТОВ, III «В» синыфы уҡыусылары.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.


* * *

Башҡорт теле – иҫ киткес матур, бай, үҙенсәлекле тел. Уны яратам, рәхәтләнеп үҙ телемдә һөйләшәм. Башҡорт телен миңә әсәйем, уҡытыусым Лариса Хәләф ҡыҙы Кәримова өйрәтә.

Диана СОЛТАНҒОЛОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Әсәндәге Шәйехзада Бабич исемендәге мәктәп.

* * *

Минең тыуған ерем – ғәзиз Башҡортостаным! Башҡорт ғаиләһендә тыуып, үҙ телемдә һөйләшә белеүем менән сикһеҙ ғорурланам, быға шатланам. Һәр кемдең үҙ туған теле булырға тейеш. Минең йәшәү тамырҙарым – Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле, матур Белорет районының Сермән ауылында. Әлеге көндә күп кенә тиҫтерҙәрем хатта ата-әсәһе менән урыҫса һөйләшә. Мин өйҙә тик башҡортса ғына аралашам, сөнки үҙ телемде ныҡ яратам.

Алһыу САФИУЛЛИНА, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Белорет районы, Сермән мәктәбе.

* * *

Атам-әсәм башҡорт минең,
Телем – уларҙан бүләк.
Ҡәҙерле лә, ғәзиз дә ул,
Телде һаҡларға кәрәк!

Вәсилә ӘЙҮПОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

* * *

Мин башҡорт телен яратам, сөнки ул – минең туған телем, әсәйҙәй берәү генә! Башҡорт теле бик матур, нескә, ҡурай моңондай мәңге яңғыраһын башҡорт ерендә. Уҡытыусым Рәсимә Мәжит ҡыҙы Ишемова туған телгә хыянат итеү – ата- бабаларыбыҙға хыянат ул, тип аңлата. Шуға ла беҙ телебеҙҙе яратып өйрәнергә тейешбеҙ, тип уйлайым.

Гүзәлиә ХӘЙБУЛЛИНА, IX синыф уҡыусыһы.

* * *

Башҡорт теле бик матур, йыр һымаҡ моңло. Уны өйрәнеүе рәхәт һәм еңел. Сөнки беҙгә туған телебеҙ серҙәрен уҡытыу­сыбыҙ Рәсимә Мәжит ҡыҙы ябай итеп аңлата белә һәм уға һөйөү тәрбиәләй. Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Фидәлиә УРАЗГИЛДИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Муллаҡай мәктәбе.

* * *

Башҡорт теле – ул минең туған телем. Унһыҙ мин киләсәгемде күҙ алдына килтерә алмайым. Атай-әсәйем, яҡындарым, дуҫ-иштәрем менән саф башҡорт телендә аралашыуыма бик шатмын. Ул күңел түремдә сабый саҡтан уҡ урын алған. Шуға ла туған телемде тағы ла тәрәнерәк өйрәнгем килә. Бик күп сараларҙа ҡатнашам. Көндән-көн телемдең шул тиклем бай икәненә инана барам. Уның серҙәренә төшөндөргән, өйрәткән һәм телебеҙгә һөйөү тәр­биәләгән уҡытыусыбыҙ Флорида Һиҙиәт ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ!

Фирҙәүес МӨХӘМӘТОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле мәктәбе.

Фото: bashinform.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: