+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Декабрь 2022, 12:10

«Аҡса сисеү» нимә була ул?

«Банкоматтан аҡса сисеү». Һуңғы ваҡытта урыҫ теленән туранан-тура тәржемә итеү һөҙөмтәһендә ошондай ҡолаҡҡа ятмаған һүҙбәйләнештәрҙе ишетергә тура килә. Улай ғынамы һуң, күптәр шулай тип яҙып та ҡуя. Әгәр ҙә матбуғат биттәрендә сыҡһа йәки яңылыҡтар тапшырыуында яңғыраһа, ҡулланылышҡа инеп китеүе бар.

 Йәштәр, туған телде яҡшы белмәгән кешеләр шулай дөрөҫ икән, тип уйлай. Бындай миҫалдар күп. Телебеҙҙе боҙорға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Ошо йәһәттән республиканың башҡорт һәм татар телдәрендә сыҡҡан баҫмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн ойошторолған «Хәҙерге заманда милли матбуғат һәм әҙәби тел нормалары» тигән семинар фәһемле булды. Уны Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторҙо.

Эйе, бөгөн журналистарға эш күбәйҙе. Элегерәк бөтә иғтибар гәзит-журналдың ҡағыҙҙа баҫылған төрөнә бүленһә, һуңғы йылдарҙа сайттарҙа, социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр булдырылды. 

  – Тел даими үҫешә. Быға интернет, социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар йоғонто яһай. Башҡорт, татар телдәре һанлы мөхиттә әллә ҡасандан ҡулланыла. Әммә уларҙың ниндәй булырға тейешлеге тураһында бер генә мәҡәлә лә, фәнни-методик ҡулланма ла, диссертация ла яҙылмаған әле, – тип борсолоуын белдерҙе  матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсҡәт улы Ғәзизов.

Гәзит-журнал биттәрендәге материалдарҙа ла, интернетта баҫылғандарында ла хата ебәрергә хаҡыбыҙ юҡ. Журналистар телде һаҡлауға, үҫтереүгә лә хеҙмәт итә. Әммә, ысынлап та, теге йәки был һүҙҙең дөрөҫ кенә тәржемәһен эҙләгәндә таянып эшләрлек  ҡулланмалар юҡ. Төрлө редакциялар бер үк һүҙҙе ике төрлө яҙған осраҡтар бар. Мәҫәлән, яугир һүҙенә – кемдер нәҙек, икенсе берәүҙәр ҡалын ялғау ҡуша. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Ниязбай Сәлимов: “Матбуғат, радио, телевидение – башҡорт телен йәшәтеү өсөн төп сығанаҡтар. Өфөлә тәржемә үҙәге булдырыуҙы быға тиклем тәҡдим иткәйнек инде. Матбуғат телен өйрәнергә, тикшерергә кәрәк. Урыҫ теленән ингән терминдарҙы һүҙмә-һүҙ тәржемә итәләр. Мәҫәлән, «вопрос»ты  «һорау» тип түгел, мәсьәлә тип алыу дөрөҫ. Журналистар эштәрендә ҡуллана алырлыҡ һүҙлек сығарырға кәрәк», – тине сығышында. 

Тиҙ арала интернетта шундай ҡулланма сығарылһа, уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа, башҡалар ҙа файҙаһын күрәсәк. Ә Тәржемә үҙәге хеҙмәткәрҙәре алтаҡталарҙа мәғәнәһеҙ хаталар ебәрелеүгә юл ҡуймаҫ ине.

Практик семинарҙа башҡорт журналистары секцияһында шулай уҡ «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Һәнәк» журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе Луиза Кирәева сығыш яһап, үҙ тәҡдимдәрен, кәңәштәрен еткерҙе.

 «Йондоҙ» менән интервью»  тигән оҫталыҡ дәресенә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Раил Кучуков килгәйне. Тележурналист Айгөл Усманова алып барҙы. Раил Фазыл улының Ҡолой кантон нәҫеленән булыуын белеп ҡалдыҡ. Бындай мәғлүмәт мәҡәлә йәки интервьюның төп биҙәге була ала.

Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә яҙыусылар күп. Милләттәштәребеҙ башҡортса хатаһыҙ яҙып, һанлы мөхиттә телебеҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Диалект, онотолоп барған һүҙҙәрҙе лә ҡулланырға онотмаһаҡ ине. Беҙҙең яҙмаларға ҡарап, йәштәр, балалар өйрәнә. Интернет киңлектәрендә лә башҡорт теле лайыҡлы йәшәһен.

Юлай Кәримов фотолары.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: