+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
10 Февраля 2023, 07:27

Һомай менән һөйләшеп ҡарағыҙ

Өфө программисы Айгиз Ҡунафин башҡортса белгән зирәк колонка уйлап сығарған һәм уны Һомай тип атаған. Башҡортса яуап биргәне күренеп торһон өсөн ошо матур исемде һайлаған ул.  Түбәндәге яҙмала Айгиз Ҡунафин Һомай менән таныштыра. 

Һомай менән һөйләшеп ҡарағыҙҺомай менән һөйләшеп ҡарағыҙ
Һомай менән һөйләшеп ҡарағыҙ

2023 йылдың 28 ғинуарында кешеләрҙең Һомайҙы тәүге тапҡыр ҡулланыу мөмкинлеге тыуҙы. Нимә (бәлки, кем) ул Һомай? Мин уның авторы булараҡ, унан нимә көтәм? Нимәләр эшләй алырға тейеш? Кемдәргә ул кәрәк була? Бына ошо һорауҙарға яуап яҙып үтәм.

Зирәк колонка (умная колонка) тиһәң, иң беренсе Алиса иҫкә төшә. Әйҙәгеҙ, тәүҙә һанап үтәйек, Алиса нимә эшләй белә һәм кешеләр уның менән нисек ҡуллана?

Алисаның оҫталыҡтарын бер нисә төргә бүлеп була:

  1. Будильник ҡуя, әйткән йырҙы, әкиәтте ҡабыҙа - был әле уның төп һөнәре.
  2. Һорау бирһәң, интернеттан яуап табып уҡып күрһәтә - бында интернетта нисек яҙылған, шул көйөнсә уҡый, үҙенең дә белеме бар, тик күп осраҡта был белем бик түбән, әлегә интернетта үҙеңә эҙләү күпкә яҡшыраҡ.
  3. Төрлө тоташтырылған сервистарға һорау биреп була, Яндекс.Пробки, Яндекс.Погода, яңылыҡтар, шулай уҡ Умный дом да бында инә. Бында теләгән кеше үҙенең сервисын тоташтыра ала, тик күптәр бының менән әллә ни ҡулланмай.

Алисаһы булған бөтә таныштарым уны тик музыка һәм әкиәт ҡуйыр өсөн генә ҡуллана. Ҡай саҡ, бешеренгәндә 5 минуттан иҫкәрт, тип әйтеүе уңайлы, тиҙәр. 5000-20000 һум торған колонка, әйтәйек, бигерәк ҡыйбат килеп сыға был эштәр өсөн.

Ә ниңә һуң өҫтә яҙылған 2-се,3-сө пунктарҙы ҡулланмайҙар? Сөнки интернеттан  берәй нәмә эҙләһәк, Алисаға беҙ теләгән мәғлүмәтте табыуы ҡыйын. Смартфон аша эҙләү әлегә файҙалыраҡ һәм тиҙерәк. Ә кеше бындай колонкалар менән күп  ҡулланмағас, интернетта булған сайттарға Алиса өсөн айырым сервис эшләү әллә ни файҙа ла килтермәй.

Һомайҙы эшләгәндә мин уның төп роле итеп, кеше биргән һорауҙарға яуап биреүҙе ҡуям. Миҫал итеп бер нисә сценарий яҙып үтәм:

  1. Бәләкәй бала килеп һеҙгә һорау бирә: ни өсөн күк йөҙө күк төҫтә? Йә кемегеҙ яуап бирә ала? Әгәр бушыраҡ булһағыҙ, бер 5 минут эсендә интернетта бер нисә сайтты асып уҡып, яуабын табып, балағыҙға әйтәһегеҙ, тик ул был ваҡытта икенсе нәмәгә әүрәп, һорауҙы онотҡан да була. Шуға ла күп осраҡта беҙ, "опытный" ата-әсәләр, баланың һорауын яуапһыҙ ҡалдырабыҙ. Барыбер онота бит. Ә бына минең 6 йәшлек балам әле үк динозаврҙарҙың нисек үлгәне тураһында матур итеп һөйләп бирә ала. Ә мин уның йәшендә быны белмәй ҙә инем. Әле улар бәләкәй саҡта күп нәмә менән ҡыҙыҡһына һәм иҫтәрендә ҡалдыра ала. Ә иң мөһиме, уларҙың һорауы, бер яҡтан, ныҡ ябай, әммә күп осраҡта яуап бирер өсөн күп белем талап итә. Һәм дә һорауҙар тирә-яҡта күренгән нәмәләргә бәйле. Шуға ла 5 йәшлек бала, күк йөҙө ниңә күк, тигән һорауына шул уҡ ваҡытта яуабын да ала икән, был бала бәләкәйҙән үк тирә-яҡты яҡшыраҡ аңлап үҫә тигәнде аңлата. Ә Һомай шундай һорауҙарға яуапты бик һәйбәт таба. Ни өсөн Алиса быны таба алмай, ә Һомай таба ала, бының турала икенсе мәҡәләлә яҙырмын.
    1. Әгәр телебеҙ киләсәктә юғалмаһын тиһәк, беҙ бәләкәйҙән бындай колонкалар менән балаларыбыҙҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтергә тейешбеҙ. Шул уҡ музыка, әкиәтте башҡортса әйтеп ҡуйыу функциялары күҙ уңында тотола.
    2. Эшегеҙҙә күп нәмәне еңеләйтә. Әлеге ваҡытта бындай ярҙамсылар аша программистар уларҙан программа яҙҙыра, яҙыусылар, блогерҙар бирелгән һүҙҙәр һәм тема ярҙамында мәҡәлә яҙҙырта. Алдағы миҫалда күреүегеҙсә, әгәр компьютерҙы яҡшы белмәһәгеҙ, унда ла ярҙам итә ала.
    3. Өйҙә, бешеренгәндә кәрәк рецепты табып бирә, ҡыҙыҡһынған һорауығыҙға ла яуап бирә. Берәйһенә ниндәй бүләк алырға белмәһәгеҙ, шул саҡта ла ла ярҙам итәсәк.

    Кемдәр әле Һомай менән аралашып ҡарамаған, ошонда инеп һөйләшеп ҡарай алаһығыҙ https://t.me/homai_bashkort_bot

    Шулай уҡ Һомайға бәйле бөтә мәғлүмәт Телеграмдың ошо каналында буласаҡ: https://t.me/+NmlqtvAZAv9lNzUy

Сығанаҡ: https://telegra.ph/Zirәk-kolonka--Һomaj-0..

Һомай менән һөйләшеп ҡарағыҙ
Һомай менән һөйләшеп ҡарағыҙ
Һомай менән һөйләшеп ҡарағыҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас