+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
12 Февраля 2023, 02:46

"Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!"

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына - 91 йыл.

"Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!""Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!"
"Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!"

Ул 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, әлеге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбендә уҡый. Мәскәүҙә М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтында белем ала. Тәүге китабы 1954 йылда баҫылып сыға.

Былтыр яратҡан шағирыбыҙҙың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләгән йылда уның тормош юлына һәм ижадына арналған сайт барлыҡҡа килде - ramigaripov.ru. Киң билдәле "Туған тел" шиғыры донъяның 45 теленә тәржемә ителеп, китап булып баҫылып сыҡты. "Минең Рәми-90" төбәк-ара конкурсы ла гөрләп үтте. 

Халҡыбыҙ телем тип янған шағирын онотмай. Киреһенсә, уның ижадын өйрәнеүселәр, шиғырҙарын яттан һөйләүселәр йылдан-йыл арта ғына.                   

− Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
− Кем тупһамда? Кемде күрәм
мин?
− Танымайһыңмы әллә? Мин
ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин − Рәми.
− Ниңә улай һуңлап ҡайттың,
егет?
− Булды юлда төрлө кәртәләр...
− Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым
һине?
− Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
− Ҡайҙан һиндә шундай ҙур
ышаныс?
− Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...
1964.

Фото: ramigaripov.ru

"Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!"
"Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!"
"Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!"
"Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!"
"Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас