+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
17 Февраля 2023, 13:04

Башҡорт теленән федераль олимпиада үтте

Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теленән Төнъяҡ-көнсығыш олимпиадаһының йомғаҡлау этабы уҙҙы.

Башҡорт теленән федераль олимпиада үттеБашҡорт теленән федераль олимпиада үтте
Башҡорт теленән федераль олимпиада үтте

Һайлап алыу турында VIII-XI синыфтарҙан 514 уҡыусы ҡатнашып, шуларҙың 228-е икенсе этапҡа үткән. Улар - республиканың 20 районынан, 7 ҡалаһынан һәм Өфөнөң 6 лицейы һәм гимназияһынан. Федераль исемлеккә индерелгән был олимпиадала еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар, урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханын кәмендә 75 балға биргән осраҡта, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инә ала. 

"Беҙ шундай күләмле сараның ойоштороусылары булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Шул рәүешле башҡорт теленең абруйын һәм бәҫен күтәреүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, тип уйлайым. Ошондай олимпиадаларҙа ҡатнашып, уҡыусылар тырыш хеҙмәттең ниндәй һөҙөмтә биреүен аңлай. Ҡатнашыусыларҙың күбәйеүе ҡыуандыра. Был - уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең дә хеҙмәте. Уҡыусыларҙың белемгә ынтылыуы мөһим. Хәҙер уларҙың алдында юғары уҡыу йортон һайлау мәсьәләһе тора. Иң-иңдәрҙең беҙҙең уҡыу йортон һайлаясағына ышанабыҙ", - тип фекерен белдерҙе Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров. 

 

Фото: https://web.whatsapp.com/

Башҡорт теленән федераль олимпиада үтте
Башҡорт теленән федераль олимпиада үтте
Башҡорт теленән федераль олимпиада үтте
Башҡорт теленән федераль олимпиада үтте
Башҡорт теленән федераль олимпиада үтте
Башҡорт теленән федераль олимпиада үтте
Башҡорт теленән федераль олимпиада үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас