

Нәргизә һәм Дамир Тайыповтар – икеһе лә сәнғәт юлын һайлағандар, моңло тауышлы йырсылар. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Дамир – 2022 йылдың көҙ айында СССР-ҙың халыҡ артисы Мөслим Магомаев иҫтәлегенә Грозный ҡалаһында уҙғарылған халыҡ-ара фестиваль-конкурста лауреат булды. Шулай уҡ БСТ каналында иртәнге «Сәләм»дең алып барыусыһы ла. Кәләше Нәргизә менән Баязит исемле ул һәм Сара исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Видео: @serle_102 төркөмөнән.