+32 °С
Ясно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
21 Февраля 2023, 11:35

Хазинам

ХазинамХазинам
Хазинам

Быуындарҙан-быуындарға

Күсә килгән хазинам.

Туған телем яңғырауына

Һоҡлана бит бар йыһан!

 

«Инәй, әтей», – тиеп минең

Телем дә бит асылған.

Тәүге тәпәй эҙҙәрем дә

Тыуған ерҙә баҫылған.

 

Һөйләшергә яратамын

Туған әсәм телендә.

Башҡорт һүҙҙәре яңғыраһын

Тыуған башҡорт ерендә.

 

«Мама», «папа», тигән булып,

Боҙабыҙ шул телемде.

Үҙебеҙҙең аҫыл һүҙҙәр

Нурлай бит ул күңелде!

 

Хәҙер замандар ҡатмарлы,

Яҡлауға мохтаж телем.

Булған байлыҡ, хазинаны

Һаҡлайыҡ, кешеләрем!

 

Башҡорт теле юғалмаһын,

Сәскә атһын һәр ерҙә!

Тиҫтерҙәрем телен һөйһөн,

Ҡарамайса бер нигә!


Айгүзәл ФӘТТӘХОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Мәсетле районы, Йонос мәктәбе.

Фото: bashinform.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас