

Эйгәне лә аҡ ҡына.
Юҡ уны үлсәр бизмәндәр,
Баһаларҙай хаҡ бына.
Минең телем – мәҡәл-ғилем,
Уйлыны уйға һалыр.
Сөңгөлдәре, сөмбәйҙәре
Үҙенә тартып алыр.
Минең телем – әсәм һүҙе,
Камиллыҡтың үҙелер.
Рухыбыҙҙың таянысы,
Милләтебеҙ йөҙөлөр.
Минең телем – ҡот-бәрәкәт,
Хоҙайҙан насип ырыҫ.
Уны балама тапшырыу –
Минең беренсе бурыс...
Милләттәшкә
Хоҙай биргән хазинам ул
Телкәйем.
Күңелемә һәр ынйыһын
Теркәйем.
Әсәйемдән күскән миңә
Нур булып.
Көс алыр ҙа сығыр йәнә
Урғылып.
Башҡортомдоң мөһөрө ул,
Рух заңы.
Алмаштырмаҫ уны инглиз,
Руссаһы.
Ғаризалар яҙып унан
Биҙмәйек.
Балаларға һеңдерер юл
Эҙләйек.
Хоҙай биргән ниғмәттең тел
Олоһо.
Йөҙ сөйөрмә унан, башҡорт
Балаһы!
Фото: yandex.ru