+27 °С
Ясно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
22 Февраля 2023, 06:45

Әбүбәкерҙә — "Әлибаев уҡыуҙары"

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә әбүбәкерҙәр ауылдаштары, шағир, Хәйбулла районының талантлы улы - Ҡадир Әлибаевҡа арналған беренсе "Әлибаев уҡыуҙары" әҙәби-ижад конкурсы уҙғарҙы. Мәртәбәле сарала яҙыусының ҡыҙы Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ла ҡатнашты.

Яҡташтарын бер ваҡытта ла онотмай ауыл халҡы. Ауылдың мәҙәниәт усағында бынан һигеҙ йыл элек Ҡадир Әлибаевтың иҫтәлегенә таҡтаташ асылғайны. Ә был сара уны иҫкә алып, район һәм ауыл хакимиәте, мәғариф идаралығы вәкилдәре менән берлектә ошо таҡтаташҡа сәскә һалыуҙан башланды.
Артабан осрашыу яҙыусының тормош юлы, ҡыҙының иҫтәлектәре менән үрелеп барҙы.
Конкурс өлөшөндә ҡатнашыусылар 6 номинацияла шиғырҙарын яттан һөйләне. Берәүҙәр Ҡадир Әлибаевтың ижадына туҡталһа, икенселәр уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын башҡарҙы, шулай уҡ туған телен данлап һәм үҙе ижад иткән шиғырҙарын бәйән итеүселәр, хатта сит телдәрҙә шиғыр һөйләүселәр булды. Ә ҡайһы бер уҡыусылар шағирҙың шиғырҙарына төҫлө буяуҙар менән һүрәттәр эшләп, таң ҡалдырҙы.
Ысын мәғәнәһендә шиғриәт һәм рух байрамына әүерелде был сара. Ойоштороусыларҙан тыш, байрамдың төп ҡунағы - Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы һәр ҡатнашыусы уҡыусыға бүләктәр тапшырҙы.2023 йыл Башҡортостанда Атайсал өсөн файҙалы ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде. Шул айҡанлы ул мәктәпкә - синтезатор һәм үҙенең күңеленә хуш килгән ике йырсы ҡыҙға гитара  бүләк итте. Уҡыусыларҙы бәйгегә әҙерләүсе уҡытыусылары ла шағирҙың ҡыҙынан бүләк алып ҡыуанды. Был мәртәбәле байрамда бер кем дә иғтибарһыҙ, бүләкһеҙ тороп ҡалманы. Юғары кимәлдә үткән һәм тәүге тапҡыр ойошторолған "Әлибаев уҡыуҙары" киләсәктә йыл һайын уҙғарылып, район мәктәптәрендә ойоштороласаҡ.

 

Әбүбәкерҙә  —" Әлибаев уҡыуҙары"
Әбүбәкерҙә  —" Әлибаев уҡыуҙары"
Әбүбәкерҙә  —" Әлибаев уҡыуҙары"
Әбүбәкерҙә  —" Әлибаев уҡыуҙары"
Әбүбәкерҙә  —" Әлибаев уҡыуҙары"
Әбүбәкерҙә  —" Әлибаев уҡыуҙары"
Әбүбәкерҙә  —" Әлибаев уҡыуҙары"
Әбүбәкерҙә  —" Әлибаев уҡыуҙары"
Әбүбәкерҙә —" Әлибаев уҡыуҙары"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас