+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
22 Февраля 2023, 09:30

Телебеҙҙе яратабыҙ!

Туған телдәр көнө уңайынан гиназиябыҙҙа башҡорт теле уҡытыусылары Рита Дамир ҡыҙы  Батырова һәм Гөлзифа Фәнил ҡыҙы Зәкиева “Йомробаш” тигән интеллектуаль уйын ойошторҙо.

Телебеҙҙе яратабыҙ!Телебеҙҙе яратабыҙ!
Телебеҙҙе яратабыҙ!

«Өмөт», «Башҡорттар » һәм «Зирәктәр» командалары 6 турҙан торған сәмле ярышта көс һынашты. Уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙан тупланған командаларға «Башҡортостан» , «Сәнғәт», «Халыҡ ижады», «Башҡорт әҙәбиәте», «Һүҙ байлығы» һәм «Көйҙө таны» конкурстары бик оҡшаны.Туған тел, Тыуған ил ,яратҡан тәбиғәтебеҙгә бағышланған ҡыҙыҡлы һорауҙар, беренсенән, уҡыусыларға үҙ белемдәрен һынап ҡарарға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан, милләтенә, Башҡортостаныбыҙға һөйөү хистәре тәрбиәләне, башҡорт телен ҡәҙерләргә өндәне.
«Өмөт» командаһы - 39 балл йыйып, беренсе урын , «Башҡорттар» - 37 балл менән икенсе урын ,ә «Зирәктәр» командаһы 26 балл менән 3-сө урын яуланы. Афариндар!
Был сара йәш быуынды тәрбиәләү, туған телгә хөрмәт уятыу, ғөмүмән, һәр төрлө яҡтан үҫеш булдырыу өсөн бик фәһемле булды.


Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, педагог-китапханасы.

Өфө ҡалаһы, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.

Телебеҙҙе яратабыҙ!
Телебеҙҙе яратабыҙ!
Телебеҙҙе яратабыҙ!
Телебеҙҙе яратабыҙ!
Телебеҙҙе яратабыҙ!
Телебеҙҙе яратабыҙ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас