

Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы ул. Беҙ ҙә Иҫәнғолдағы «Ләйсән» балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күңелендә бәләкәйҙән туған телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләргә тырышабыҙ.
Кисә, мәҫәлән, "Йондоҙсоҡтар" төркөмөндә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап "Туған телем" темаһына дәрес үткәрҙек. Башҡорт халык әкиәттәрен, шиғырҙарын уҡыныҡ, һүрәттәр ҡараныҡ. Кескәйҙәргә барыһы ла бик оҡшаны.
Киләсәктә үҙҙәре лә телһөйәр, илһөйәр булып үҫерҙәр әле.
Гөлкәй АҘНАБАЕВА, тәрбиәсе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.