+29 °С
Ясно
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
24 Февраля 2023, 07:35

Телгә һөйөү – уйындар аша

Башҡорт теленең бөтә нескәлектәренә төшөндөрөр өсөн кескәйҙәрҙе ихлас яратырға, һәр береһенең күңеленә асҡыс таба белергә кәрәк. Шун­һыҙ уңышҡа ирешеп булмай.

Телгә һөйөү – уйындар ашаТелгә һөйөү – уйындар аша
Телгә һөйөү – уйындар аша

Мин дә үҙебеҙҙең балалар баҡсаһында кескәй­ҙәрҙә ярҙамсыллыҡ, кеселеклелек сифаттарын тәрбиәләргә тырышам. Аңлайышлы булһын өсөн һәр сараны башҡорт халыҡ уйындарына, мәҡәлдәренә, йолаларына таянып үткәрәм. Эште кескәй төркөмдән үк һаулыҡ һорашыу, исемдәрҙе башҡорт телендә әйтеү, тылсымлы һүҙҙәрҙән башлайбыҙ. Район кимәлендә ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында йыл һайын призлы урындар яулап торабыҙ.
Балалар телебеҙҙе ихлас өйрәнә. Уларҙың көн һайын яңы һүҙ өйрәнеү һәм яңы уйын уйнар өсөн баҡсаға ашҡынып килеүҙәре үҙебеҙгә лә оло ҡыуаныс.

Мәүлиҙә ӘЛМӨХӘМӘТОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, 180-се балалар баҡсаһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас