+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Теләк кенә булһын

Мин Артём булам, республиканың һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә белем алам. Уның ете бүлексәһе бар: Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Туймазы, Белорет ҡалаларында һәм Дыуан районы Мәсәғүт ауылында. Мин үҙебеҙҙең райондағыһында VIII синыфта уҡыйым.

Теләк кенә булһынТеләк кенә булһын
Теләк кенә булһын

Урыҫ, инглиз һәм башҡорт телдәрен яратып өйрәнәм. Күпте белергә тырышам. Башҡорт теленән Айһылыу Рәйес ҡыҙы Сирбаева уҡыта. Беҙ бергәләп башҡортса һөйләшергә, яҙыу­сылар һәм шағирҙарҙың ижадын өйрәнәбеҙ һәм Баш­ҡортостандың билдәле шәхестәре менән танышабыҙ.
Башҡорт теле беҙҙең республикала дәүләт те­ле булып тора. Шуға ла уны өйрәнергә, белергә кәрәк, тип уйлайым. Хәҙер уны мәктәптә генә түгел, минең кеүек дистанцион рәүештә уҡып та өйрәнеп була. Бының өсөн төрлө дәреслектәр, интерактив ҡулланмалар, хатта мобиль ҡушылмалар бар. Беҙ уҡытыусым менән ошо заманса технологияларҙы дәрестә ҡулланабыҙ. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн әлеге көндә бөтә шарттар ҙа, уңайлыҡтар ҙа бар. Тик теләк кенә булһын.

Артём ШАМИЛОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Дыуан районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас