+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теленә хат

Ҡәҙерле башҡорт телем! Һиңә Бүздәк районының Ҡаран мәктәбе уҡыу­сыһы Розалина Ялалова хат яҙа. Мин VII синыфта тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм.

Башҡорт теленә хат
Башҡорт теленә хат

Башҡортостанда йәшәүем менән үҙемде бәхетле һанайым. Тыуып үҫкән төйәгем, бәләкәй Ватаным булған Бүздәгемде башҡа бер ергә лә алыштыра алмам төҫлө.
Туған телем татар теле булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт телен I синыфтан яратып өйрәнәм. Башҡорт телендә китаптар уҡыйым, йырҙар тыңлайым, баш­ҡорт мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһынам. Яңыраҡ ҡына Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» романын уҡып бөттөм. Ныҡ оҡшаны. Унда милли рух, туған тел, милләт-ара низах мәсьәләләре күтәрелгән. Кемдәр был ро­ман менән таныш, фәһем ал­ған­дар­ҙыр, моғайын. Дәрестәрҙә ошондай әҫәрҙәргә урын бирелеүе бик отошло, тип уйлайым.
Төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға тырышам. Башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Әнғәм ҡыҙы Шәрифуллина етәкселегендә шиғырҙы сәнғәтле һөйләү һәм иншалар конкурстарында үҙемде һынап ҡарағаным булды. Өйөбөҙгә «Йәншишмә» гәзите, «Аманат» журналы килә.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: башҡорт теле, һин миңә әсәм телендәй ҡәҙерле һәм яҡын. Киләсәктә лә онотолмайынса, мәңге йәшә, эй, илһамлы, наҙлы, ғорур һәм хөрмәтле башҡорт теле!

Башҡорт теленә хат
Башҡорт теленә хат
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: