

Әҙәбиәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, шиғриәт кисәләре һәм конкурстарҙа илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр, әҙәбиәт һөйөүселәр йыш ҡына бергә йыйыла. Мартта беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған «VII Биишева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Республиканың төрлө район-ҡала мәктәптәренән килгән егермегә яҡын уҡыусы конкурста үҙ мөмкинлектәрен һынаны. Йәш айырмаһы буйынса V–VIII һәм IX–XI синыфтар араһында юғары баһаланған эштәр авторҙары дипломдарға лайыҡ булды. Еңеүселәрҙең хис-тойғолары тураһында белер өсөн улар менән һөйләштек.
Рәсүл Табынғолов — Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназия-интернатының VIII синыфынан. Конкурста «Зәйнәб Биишева — яратҡан яҙыусым» темаһына мәҡәлә яҙған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина менән әҙибәнең ижадын төрлө яҡлап өйрәнгән. Йомғаҡлау сараһына килеүенә бик шат ине ул. «Халыҡ яҙыусыһының һеңлеһе Ләлә Биишева, Ғиниәт Ҡунафин, Айгиз Баймөхәмәтов, Сәрүәр Суриналарҙың сығыштарын йотлоғоп тыңланым. II дәрәжәле Дипломға лайыҡ булғаныма ла бик шатландым. Конкурс файҙалы үтте!» —тине Рәсүл.
Ейәнсура районы Иҫәнғол башҡорт интернат-гимназияһының IX синыфынан Айгизә Иҫәнсурина конкурсҡа «Зәйнәб Биишеваның йырлы поэзияһы» тигән мәҡәлә яҙып ебәргән булған. Уның эше юғары баһаланды: ҡыҙ I урын алды. « Был миңә артабан да конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн көс һәм дәрт өҫтәне. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт», — ти ул.
Стәрлетамаҡтағы 23-сө мәктәптең VIII синыф уҡыусыһы Нәргизә Аҫылбаева: «Минең иң яратҡан яҙыусым — Зәйнәб Биишева. Конференция уҙғарыласағын ишетеү менән әҙерләнә башланым. Халыҡ яҙыусыһына ҡағылышлы бик файҙалы мәғлүмәттәр белдем,» — тип тәьҫораттары менән бүлеште.
Шулай итеп, «VII Биишева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр асты, балаларҙың күңелдәрендә иҫтәлектәргә бай хис-тойғолар ҡалдырҙы. Бындай конкурстар үҫмерҙәрҙә башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә, әҙиптәренә ҡарата һөйөү, ихтирам уятыуы, уларҙы бергә йыйыуы менән әһәмиәтле.
Лилиә ӘБЕЛҒАТИНА, II курс студенты.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы.