+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
20 Апрель 2023, 11:58

Диктантты 23 апрелгә тиклем яҙырға мөмкин

Бөгөн Ер шарының башҡорттар йәшәгән төрлө төбәктәрендә башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса акция үтте.

Диктантты 23 апрелгә тиклем яҙырға мөмкинДиктантты 23 апрелгә тиклем яҙырға мөмкин
Диктантты 23 апрелгә тиклем яҙырға мөмкин

Кескәй генә балаларҙан алып өләсәй-олатайҙарға тиклем ҡушылды был телде һаҡлау, үҫтереү сараһына. Шуныһы ҡыуаныслы: диктант яҙыусылар йылдан-йыл күбәйә. Мәҫәлән, 2020 йылда акцияға 305 мең 600 телһөйәр ҡушылһа, 2022 йылда 334 мең 523 кеше яҙған. Быйыл да ҙур майҙансыҡтарҙан тыш белем усаҡтарында, китапханаларҙа, музейҙарҙа һәм башҡа ойошмаларҙа милли кейемдәге милләттәштәребеҙ туған тел буйынса белемдәрен тикшерергә генә түгел, ә телгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтен, һөйөүен белдерергә йыйылды. 

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ла бөгөн гөрләп торҙо. Абруйлы ҡунаҡтар ҙа күп ине. Ә ишек төбөнән башҡорт теле кабинетына тиклем йәнле коридор яһап теҙелешкән милли кейемдәге балаларҙың "Һаумыһығыҙ", - тип башҡортса һаулыҡ һорашыуы күңелдәргә май булып яғылды.

Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн диктантты башҡорт теле белгесе, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова үҙе яҙҙырҙы. Әлбиттә, бер мәлгә үҙеңде уҡыусы итеп тойоу ҙа ҡыҙыҡ ине. Ә тема Башҡортостанда иғлан ителгән Атайсалға изге ғәмәлдәр йылына арналғайны. Рауил Бикбаев әҫәренән өҙөктө бик оҡшаттыҡ.

Әйткәндәй, кемдәр диктант яҙырға бара алмаған, борсолмағыҙ. Уны 2023 йылдың 23 апреленә тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин. Яҙығыҙ, милләттәштәр, үкенескә ҡалмаһын. Ә һөҙөмтәләр бер ай эсендә билдәле буласаҡ. 

Фотолар "Бәйләнештә" селтәренән.

Диктантты 23 апрелгә тиклем яҙырға мөмкин
Диктантты 23 апрелгә тиклем яҙырға мөмкин
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас