+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
21 Апрель 2023, 15:45

Нургизә менән Искәндәрҙе танынығыҙмы?

Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең, ти халыҡ мәҡәле.

Нургизә менән Искәндәрҙе танынығыҙмы?Нургизә менән Искәндәрҙе танынығыҙмы?
Нургизә менән Искәндәрҙе танынығыҙмы?

“Милли кейемдәр көнөндә генә түгел, ә көн дә балаларыбыҙға рухи аҙыҡ биреп үҫтерәйек! Милли асылыбыҙҙы һаҡлайыҡ! Шунда ғына беҙ – көслө, күсле ил булырбыҙ”, – тип яҙа үҙенең шәхсән сәхифәһендә Гөлнара Буранғолова-Раева.

Хаҡ һүҙҙәр. Һүрәттәге апалы-ҡустылы был балалар үҫеп киткәндәр. Ана, күҙ һалығыҙ әле. Нургизә менән Искәндәр Раевтарҙың бәләкәй генә саҡтарында милли кейемдә төшкән фотолары интернет селтәрендә киң таралған. Хәҙер улар ҙур үҫкән һәм асылдарына тоғро ҡалып, төрлө милли сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Сибайҙың “Ирәндек” лицейында Нургизә Раева IX синыфта уҡыһа, ә Искәндәр Раев  VI  синыфында белем ала икән. Уҡыусылар ҡалала үткән “Урал балалары тауышы” II республика йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып призлы урын яулаған. 12 – 16 йәшлек конкурсанттар араһында “Аҡһаҡ ҡола”ны оҫта башҡарып Искәндәр – II урын, ә Нургизә  15 – 20 йәшлектәр араһында  I урынға өлгәшкән. Ярышҡа уларҙы әсәйҙәре Гөлнара Раева әҙерләгән.

Афариндар!

Фото:  Гөлнара Буранғолова-Раева.

Нургизә менән Искәндәрҙе танынығыҙмы?
Нургизә менән Искәндәрҙе танынығыҙмы?
Нургизә менән Искәндәрҙе танынығыҙмы?
Нургизә менән Искәндәрҙе танынығыҙмы?
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас