+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
22 Апрель 2023, 10:40

Мин — башҡортмон!

Һәр милләттең үҙ туған теле йәшәһен. Ул юҡ икән – ил дә, халыҡ та, милләт тә юҡ. Туған телен юғалтҡандар йәшәүҙән туҡтай.

Мин  —  башҡортмон!Мин  —  башҡортмон!
Мин — башҡортмон!

Һәр кеше үҙ туған теле өсөн көрәшергә, уны һөйөргә, яратырға һәм һаҡларға тейеш.
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һанға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен!
Беҙ ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниҙәр генә эшләһәк тә, үҙебеҙҙең телебеҙ менән ғорурланып, уға тап төшөрмәҫкә тейешбеҙ. Ул шундай матур, бай, шундай моңло һәм яғымлы. Шағирҙар уға арнап күпме мәҙхиә яҙған. Рәми Ғариповтың әсә теленә арналған шиғырының һәр юлында киң мәғәнәле һүҙҙәр ята.
Мин – башҡортмон! Бының менән сикһеҙ ғоурланам! Беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе үҫтереү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға, милләтебеҙҙе алға әйҙәргә, тарихыбыҙҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Иң ҙур хазиналарыбыҙҙы юғалтырға юл ҡуймайыҡ.

Гөлсөм ЙӘРМӨХӘМӘТОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Аҫҡар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас