+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
23 Апрель 2023, 08:25

Ғәзиз бүләк ул

Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ҡәҙерлеһе – ғәзиз әсә, тыуған тупраҡ, иң татлыһы – эскән һыу, иң йылыһы һәм иң күркәме – һине йылытҡан тыу­ған өй, тыуған тәбиғәт, ә иң наҙлыһы – туған тел.

Ғәзиз бүләк улҒәзиз бүләк ул
Ғәзиз бүләк ул

Һәр кемгә тыуған яғы — иң яҡын төйәк. Кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуған ерен онотмай. Тыуған ил, туған тел төшөнсәләре бер-береһе менән бик тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш, тип уйлайым. Ә бит Рәми Ғарипов «Аманат» тигән ҡобайырында ошоноң тураһында бик тә оҫта әйтеп киткән: «Телең барҙа – илең бар, илең барҙа – иркең бар!» Ысынлап та, был һүҙҙәргә ҙур мәғәнә һалынған. Һәр бер кеше, hаyалағы ҡош һымаҡ, ирекле булырға ынтыла, ләкин илһеҙ, туған телһеҙ уның тураһында уйламаһа ла була. Башҡорт телендә балалар өсөн дә, ололар өсөн дә бик күп гәзит-журналдар донъя күрә. Ошо баҫмаларҙа республика халҡы үҙенең шатлыҡтары, проблемалары, ҡай­ғылары менән уртаҡлаша, ә бихисап телевизор тапшырыуҙары сафлыҡҡа, матурлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа ым­һындыра, әйҙәй. Шуның өсөн мин үҙем дә «Йәншишмә», «Аманат», «Аҡбуҙат» кеүек туған телемдә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы, китаптарҙы яратып уҡыйым. Уларҙан фәһемле мәғлүмәттәр алам, республикалағы яңылыҡтар менән танышам.
Башҡорт теле – ата-бабаларҙан ҡалған иң ғәзиз бүләк, васыят. Үҙен башҡортмон тип һанаған һәр бер кеше, һис сикһеҙ, туған телен белергә тейеш.
Мин үҙемде бик бәхетле кеше һа­найым, сөнки мин – башҡортмон, мәктәптә башҡорт телен уҡыйым, дуҫтарым, яҡындарым менән туған телемдә аралашам. Киләсәктә милләтемде, телемде һаҡлап ҡалыу маҡсатында фәҡәт башҡорт ҡыҙына өйләнергә тейешмен.
Әлбиттә, үҙ телен һанға һуҡмаусы­лар ҙа осрап ҡуя. Ҡайһы берәүҙәр урыҫ телендә һөйләшеүҙе хуп күрә, туған телдәрен бөтөнләй онотоусылар ҙа юҡ түгел. Балаларҙа туған тел­гә, милләткә һөйөү тәрбиәләү һәр ата-әсәнең изге бурысы икәнен онотмаһындар ине.
Киләсәктә илебеҙ сәскә атыр, яңы үрҙәргә менер, бай телле, мөһабәт ил булып, донъяға билдәле булыр, тип ышанғым килә. Дуҫтар, минең өмөттәремде юҡҡа сығармағыҙ, әй­ҙәгеҙ, бергәләп халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы булған башҡорт телен ҡәҙерләйек, үҫтерәйек һәм бөйөк башҡорт илен һаҡлап алып ҡалайыҡ!

Айтуған БАРЛЫБАЕВ, IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Йомаш мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас