

Ижади конкурсҡа һәр мәктәп матур әҙерләнгән ине. Балалар әкиәттәге үҙ ролдәрен тырышып, ихлас, килештереп уйнаны. Сәхнәлә төрлө халыҡ әкиәттәре тик башҡорт телендә генә яңғыраны.
Бәйгене ойоштороусылар – Өфө ҡалаһының «Фәнни-мәғлүмәти методик үҙәк» өҫтәмә белем биреү учреждениеһының туған телдәр буйынса методисы Фирҙәүсә Фәһим ҡыҙы Ғәзизова, Киров районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик ойошма етәксеһе, 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова. Уларға иң-иңдәрҙе һайларға кәрәк ине.
Фирҙәүсә Фәһим ҡыҙы бәйгене асып, баһалама ағзалары менән таныштырғас, «Йәншишмә» гәзите хаҡында матур итеп һөйләп, уҡыусыларҙы баҫмаға яҙылырға ла өндәне.
– Беҙҙең был гәзитебеҙ – һеҙҙең ижадығыҙҙы үҫтереү өсөн ҙур майҙан. Уны алдырып, һәр һанын уҡып барһағыҙ, дуҫтарығыҙ күп, уйҙарығыҙ изге, рухығыҙ бай булыр. Үҙегеҙгә файҙалы мәғлүмәт туплап, тос фекерле, ҡыйыу булып үҫерһегеҙ. Шуның өсөн, әйҙәгеҙ, дәррәү генә «Йәншишмә»гә яҙылып ҡуяйыҡ! – тине ул.
Ә Фәнгизә Рафаил ҡыҙы: «Йыл һайын күңелле байрамға әйләнгән был конкурста һеҙҙе тағы күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Бәләкәй генә саҡтан һәр бала әкиәт тыңлап, үҙен ошо мөғжизәле донъя эсендә хис итеп үҫә. Серле әкиәтте барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Бөгөнгө байрамыбыҙ ҙа, һәр йылдағыса, күңелле үтеренә иманым камил. Сәхнәлә үҙегеҙҙе ышаныслы итеп тотоғоҙ, бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, беҙ һеҙҙең барығыҙға ла ышанабыҙ», – тип бар ҡатнашыусыларға ла дәрт һәм ышаныс өҫтәне.
Әкиәтте яратыусы балалар ҡалай күп икән! Уларҙың сығыштарын һоҡланып ҡараныҡ.
Бәйгелә ҡатнашыусылар менән һөйләшәм. Шундай ихластар, һүҙгә әүәҫтәр ине улар. Тәтелдәп кенә торалар. 16-сы гимназияның II «В» синыфы уҡыусыһы Ролан Лоҡманов менән танышам. Ул «Шаяндар» фольклор түңәрәгендә шөғөлләнә икән.
– Сығыш яһар алдынан ныҡ тулҡынландым. Бабай ролен килештерергә кәрәк бит. Нисек булғандыр, әммә миңә сәхнәләрҙә уйнау оҡшай. Башҡорт теле дәресен көтөп алам. Сөнки уҡытыусыбыҙ Гөлназ Ғәбделмәжит ҡыҙы Аҙнабаева уны ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. Үҙегеҙ ҙә әле күрҙегеҙ бит, уның беҙҙең өсөн ныҡ борсолоп, ярҙам итергә әҙер генә торғанын, – тине Ролан.
Уның синыфташы Баязит Имаметдинов та һүҙгә ҡушылып: «Мин балалар баҡсаһынан алып гел ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашам. Әле төп әкиәтсе булараҡ сығыш яһаным. Беҙҙең бөтәбеҙгә лә сәхнәгә сығыу ҡыҙыҡлы», – тине.
Талапсан баһалама ағзалары һәр ҡатнашыусының нисек сығыш яһауына, тауышына, ниндәй милли ҡоралда уйнауына, костюмдарының биҙәлешенә һәм бәйгеселәрҙең йәштәренә ҡарап, ғәҙел баһа бирергә тырышты.
Шулай итеп, «Яңғыҙ әкиәт һөйләү» номинацияһында I урынды Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Регина Мусакәлимова (етәксеһе – Р. Х. Зәйнуллина) алһа, II урынды – 14-се мәктәптән Динур Яныбаев (етәксеһе – Ә. З. Ғиззәтуллина), ә III урынды Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Фатима Нуриева (етәксеһе – К. С. Лоғманова) һәм Светлана Ғәҙелшина (етәксеһе – Л. Ш. Байғужина), 19-сы мәктәптән Камила Дәүләтова (етәксеһе – С. Р. Хәмитова) һәм 18-се мәктәптән Розалина Мирхәйҙәрова (етәксеһе – А. Х. Юлдашбаева) бүлеште.
«Фольклорҙы коллектив менән сәхнәләштереү» номинацияһында I урынды Мөғин Нуғаев исемендәге 160-сы лицей «Шишмә» әкиәте (етәкселәре – Д. В. Шәмғунов) менән 45-се мәктәп уҡыусылары «Әбйәлил» әкиәте (етәкселәре – Г. Ә. Юлдашбаева) яулаһа, II урынды – 16-сы гимназия уҡыусылары «Шалҡан» әкиәте (етәкселәре – Г. Г. Аҙнабаева), ә III урынды 119-сы мәктәп «Ҡуян малайы» әкиәте менән (етәкселәре – С. Ф. Ишкинина), Сергей Аксаков исемендәге 11-се гимназия «Әминбәк» әкиәте менән (етәкселәре – А. Ә. Һөйәрембәтова) һәм 14-се мәктәп «Йомро икмәк» әкиәте менән (етәкселәре – Ә. З. Ғиззәтуллина) бүлеште.
«Йәш әкиәтсе» номинацияһында I урынды Максим Горький исемендәге 3-сө гимназиянан Алисхан Нафиҡов алһа, (етәкселәре – Ф. Р. Нафиҡова, М. Д. Острянская), II урында – 16-сы гимназиянан Әминә Ҡыямова (етәксеһе – Г. Г. Аҙнабаева), ә III урынға Максим Горький исемендәге 3-сө гимназиянан Динә һәм Айнур Ҡыямовалар (етәкселәре – Г. М. Садиҡова), Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Гүзәл Әхтәмова (етәксеһе – К. С. Лоғманова) һәм 18-се мәктәптән Азалиә Йомағужина (етәксеһе – А. Х. Юлдашбаева) сыҡты. Шулай уҡ ҡайһы бер сығыштар айырым номинацияларҙа билдәләнде.
Кем иң-иңе булдымы? Гран-приҙы Мөғин Нуғаев исемендәге 160-сы лицей уҡыусыһы Алһыу Һабанбаева яуланы. Ул сәхнәгә «Ялҡау ҡыҙ» әкиәтен сығарҙы (етәксеһе – Д. В. Шәмғунов).
Бәйгелә ҡатнашҡан бар уҡыусыларҙы ҡотлайбыҙ. Ысынлап та, сығыштарығыҙ матур һәм сағыу булды. Хайран ҡалып ултырҙыҡ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.