

Ә мин нәҡ шул мәлдә яр ситенән ҡояшҡа табан йүгерергә яратам, еңелсә генә йүгерәм. Хас та шағирыбыҙ Рауил Бикбаев шиғырындағыса:
Әсәй, мине таңда уят әле...
Беҙҙең яҡты сәсәндәр төбәге тип атайҙар. Шуға ла күп данлыҡлы ижадсыларҙың Бөрйәндән булыуы берәүҙе лә аптыратмаҫ. Арҙаҡлы ауылдашым, ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов та ошо ерҙәрҙән көс алған бит.
Әхмәт олатай йәйҙәрен тыуған ауылында үткәргән, иртә таңдан тороп эшкә сумған ғалим тыуған яҡтарының тәбиғәте менән хозурланырға яратҡан. Миңә хәҙер ҙә уның яҡты рухы көс биреп, алға әйҙәй төҫлө. Ғүмере буйы халыҡтың ауыҙ-тел ижадын киләсәккә еткереү өсөн тырышҡан ғалимыбыҙҙы изге пәйғәмбәргә тиңләр инем мин...
Туған телгә һөйөү ғаиләлә, һин тыуған төйәктә тәрбиәләнә. Бәләкәйҙән әсәйем, өләсәйемдең бишек йырҙарын, әкиәттәрен тыңлап үҫеү миндә әсә теленә, халҡыбыҙҙың ижади ҡомартҡыларына һөйөү уятты. Өлгөлө шәхестәрҙең булыуы бәләкәй саҡтан уҡ төрлө тел бәйгеләрендә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар алыуға этәргес булды. Ә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына уҡырға ингәс, илһөйәрлек тойғоһо тағы ла көсәйҙе. Остазым Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова менән телһөйәрҙәр бәйгеләренең береһенән дә ижад саптарыбыҙҙың теҙгенен ситкә тартмайбыҙ. Сөнки мин данлыҡлы телселәребеҙҙең изге юлынан алға атларға тырышам. Мин – туған телем һағында. Быны изге бурысым тип һанайым.
Ирхан ХИСАМЕТДИНОВ, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт
интернат-гимназияһы.