

Февралдә мәктәбебеҙҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған матур кисә үтте. Унда хөрмәтле юбилярҙар – Мәһәҙей мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаеваны һәм уның һеңлеһе, ауылдашыбыҙ, талантлы шағирә Айһылыу Ғарифуллинаны ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Ҡыҙыҡлы осрашыу аҙағында Айһылыу Рәжәп ҡыҙы "Башҡорт телен иң һәйбәт белеүсе уҡыусыға" тигән призын булдырыуы тураһында әйтте.
Уҡыу йылы буйы балалар менән төрлө эштәр алып барҙыҡ. Матур итеп шиғырҙар ятланыҡ, конкурстар үткәрҙек, яҙма һәм ижади эштәр, һорауҙарға яуаптар, тестар... Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән IV синыф уҡыусыһы Шайморат Шәғәлин Айһылыу Ғарифуллинаның аҡсалата бүләгенә лайыҡ тип табылды.
Шайморат ғаиләләрендәге өс малайҙың өлкәне: Ишморат, Илморат исемле туғандары бар. Ағай булараҡ, ата-әсәһенә ярҙамсы. Бик уңған, тырыш малай ул. Яҡшы уҡый. Аҙ һүҙле, тыныс күңелле. Уны иптәштәре лә хөрмәт итә.
Шағирә, журналист Айһылыу Ғарифуллинаға кескәй ауылдаштарын шулай дәртләндергәне өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Зинира ХӘСӘНОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей мәктәбе.