

Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы ассамблеяһы.
Форумда Рәсәй төбәктәренән 60 уҡыусы ҡатнаша. Улар - Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан башҡорт теле буйынса олимпиада, милли спорт төрҙәре буйынса ярыш еңеүселәре, башҡорт телен, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен һаҡлау буйынса үткәрелгән төрлө ижади конкурстарҙа һәйбәт һөҙөмтә күрһәткән балалар.
Күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Форумда ҡатнашыусылар Торатауға ла барасаҡ.
Фото: vk.com.