

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән фольклорсы, боронғо башҡорт йырҙарын башҡарыусы Рәмзиә Бәхтиева был һамаҡты әсәһе Рәхимә Сәйфулла ҡыҙы Хәсәнованан 2007 йылда яҙып алған.
Шаян малай
Шаян малай шаярған,
Эй, шаярған, шаярған.
Ағас башынан ҡолап,
Баш бармағын һыҙырған.
Ҡушымта (2 тапҡыр):
Уй-уй-уй,
Уй-уй-уй,
Уй, уй-уй-уй, уй-уй-уй.
Үсекләне кәзәне,
Эй, кәзәне, кәзәне.
Кәзә килеп төкөнө,
Маңлай шешеп өлгөрҙө.
Ҡушымта шул уҡ.
Шаян малай шаярған,
Эй, шаярған, шаярған.
Оло һүҙен тотмаған –
Ҙур бәләгә тарыған.
Ҡушымта шул уҡ.
Сығанаҡ: vk.com

