

Яҡты донъяға килеп, һәр бер тыуған бала ата-әсәһенең көтөп алған иң ҡәҙерлеләренән һанала. Тәпәй баҫып, теле асылыу менән уның иң тәүге һүҙе – атай менән әсәй була. Шунан алып, үҙ телендә һөйләшергә өйрәнә башлай. Әммә һуңғы арала үҙ телен белмәй, сатай-ботай урыҫса аралашыусылар күбәйә башланы. Был, әлбиттә, көйөндөрә. Үҙ республикаңда йәшәп тә, үҙ телеңдә ауыҙ тултырып һөйләшмәгәс, ниндәй рухлы булып үҫә һуң балаң?..
Мин үҙем - Ҡырмыҫҡалы районы башҡорто, Мең ырыуынан. Ғаиләбеҙҙә биш бала үҙ телебеҙҙә һөйләшеп үҫтек. Хәҙер бөтәбеҙ ҙә үҙ тормошон ҡороп, ғаиләләребеҙ йылдан-йыл ишәйә бара. Бына минең 11 айлыҡ Асҡар исемле улым үҫеп килә. Уға мин теле асылыуҙан алып, тик башҡортса һөйләшергә өйрәтәм. Киләсәктә Алла бирһә, рухлы, үҙ телен белгән Салауат тоҡомло егет үҫтерәсәкмен."
Был яҙма Азамат Ураҙғоловтың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән алынды. Йәш атайға "афарин", тибеҙ. Асҡар ҙа үҙегеҙ кеүек рухлы, булдыҡлы егет булып үҫһен!
Фото: vk.com.