

Шулай уҡ башҡорт теле кабинеттары өсөн стендтар, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн 24 милли костюм, милли кейемле ҡурсаҡтар, 101 ҡурай алып барылған.
Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, уҙған уҡыу йылында Рәсәй төбәктәрендә 28 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында (Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләре) 740 тәрбиәләнеүсе өсөн башҡорт теле дәрестәре ойошторолған. 53 белем усағында 4 мең 162 ҡыҙ һәм малай телебеҙҙе өйрәнгән. Шулай уҡ 16 өҫтәмә белем биреү ойошмаһында 308 бала башҡорт телен өйрәнгән.
Фото: vk.com.