+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
8 Сентябрь 2023, 13:58

Урыҫ егете тимәҫһең!

Өфөләге һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернатының IX “Б” синыфы уҡыусыһы Богдан Родионов Рәми Ғариповтың шиғырын яҡшы белә.

Егет яҡшы өлгәшә, башҡорт теле менән ҡыҙыҡһына. Ошо шиғырҙы ятлап, былтыр “Минең Рәми” республика конкурсында икенсе урын яулаған. Башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Наил ҡыҙы Ваһапова әйтеүенсә, Богдан телде 50 процентҡа үҙләштергән, тиергә була — яҡшы аңлай, аҙыраҡ һөйләшә лә башлаған. Афарин һиңә, маҡсатлы егет!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас