

Ә 29 сентябрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры барыһын да “Дарманға бай Ғайетбай” исемле юбилей кисәһенә саҡыра. Режиссеры - Хөрмәтулла Үтәшев, сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова.
“Үҙеңде ҡайғыртма, кеше хаҡында уйла, тибеҙ. Кеше иң алда үҙе тураһында уйларға тейеш. Төрлө хәлдә, төрлө һыналышта үҙеңде нисек тотаһың, шул – һин ул, – тип яҙа драматург. – Ҡартатайым әйтә торғайны: “Һиңә һәр осраған кеше Хызыр Ильяс ул. Хызыр Ильяс урамда хәйерсе булып, һине һынап ултыра, шуға аҡсаңды бер ҡасан да йәлләмә”, – ти ине.
Ә беҙ бит йыш ҡына: “Хәйерсе араҡы алыу өсөн аҡса йыя”, – тип аҡса бирмәҫкә тырышабыҙ. Әммә!.. Хәйерсене уйлама, үҙеңде уйла. Изгелек итеү өсөн бүләк ителгән мөмкинлектән файҙалан.
Эйе, һәр осрашыу, һәр осраған кеше – бүләк!.. “Мин – кем?” – тигән һорауға “Мин – мөхәббәт, изгелек, ярҙам итеү”, – тип яуап биреү мөмкинлеген тыуҙырған бүләк.
…Һин үҙең дә һәр осраған кеше өсөн бүләк. Шуға күрә тормошоңа килеп кергән һәр кешенең ҡайһы яғы менән бүләк икәнлеген таба бел, аңлай бел, яуап бирә бел. Аллаһы Тәғәләнең оло, бөйөк һүҙе бар: “Мин һеҙҙең янға фәрештәнән башҡа бер кемде лә ебәрмәйем”.
Динара ҠӘЙҮМОВА.
Сығанаҡ: bashdram.