+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
29 Сентябрь 2023, 06:25

Шиғри йөрәкле Зөлхизә

"Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар"... Ә Зөлхизә кеүек балалар барҙа телебеҙҙең киләсәге өмөтлө.

Шиғри йөрәкле ЗөлхизәШиғри йөрәкле Зөлхизә
Шиғри йөрәкле Зөлхизә

Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр.
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың "Халҡыма хат" поэмаһынан был юлдар. Инйәрҙәге 2-се мәктәптең IV синыф уҡыусыһы Зөлхизә Йосопова һөйләгәнен тыңлағанда бигерәк тә ныҡ тәьҫир итә ошо һүҙҙәр. Шулай булмай ни: хәҙер гел башҡорттар ғына йәшәгән ауылдарҙа ла туған телендә аралашмаған балалар осрай бит. Хатта атай-әсәйҙәр араһында нимәгә ул, ауылдан сығып киткәс тә кәрәге бөтә бит ул туған телдең, тиеүселәр булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ә Зөлхизә башҡорт теленең ҡәҙерен белеп үҫә һәм бик күптәргә үрнәк булып тора.

"Балалар баҡсаһына тҽләп йөрөһәм дә, йәй айҙарын көтөп ала инҽм. Сөнки ағайым менән бергә мәктәптәге йәйге лагерға йөрөйөм.
Рәхәтләнеп көнө буйы башҡортса уйнап йөрөүе миңә ныҡ оҡшай ине, бер көн дә ҡалдырмай йөрөйөм, хатта ағайымдан алда тороп, уны көтөп ултыра торғайным. Йәй айҙарым минең күңелле һәм мауыҡтырыс үтә торғайны. Бер көндө балалар баҡсаһында бәхәсләшә башланылар, к
ҽм ҡайһы мәктәпкә уҡырға бара? Берәүҙәр – 1-се, икенселәр 3-сөгә, ти. Минең бер үҙемдең 2-се мәктәпкә барыуыма аптырайҙар. Белмәгән көйҙәренә, икенсе мәктәп булғас, икегә уҡыясаҡһың, тип хурлайҙар бит әле. Йәнем көйөп, эй маҡтай башланым мәктәпте, нисә йыл инде "Йәйләү” лагерына йөрөгәнемде һөйләйем. Ҡыҙыҡһынып һораша башланылар, ә мин 2-се мәктәп иң яҡшыһы икәнен иҫбатлайым.
Тора-бара башҡорт телен белмәгән иптәштәремдең күбеһе мин
ҽң менән бергә уҡырға булып бөттө»,– тип яҙа Зөлхизә бер иншаһында. Ошо эше Сабир Шәрипов исемендәге Иҙел башы яҙыусылар берлеге балалар араһында үткәргән "Бөртөкләп йыйыла алтын" район асыҡ ижади конкурсында Зөлхизәнең иншаһы Гран-приға лайыҡ була.

Алты йәштән үҙе ныҡышып I синыфҡа уҡырға бара ҡыҙ. Яҡшы уҡый. Шиғри йөрәкле был баланың исеме хәҙер Белорет районында ғына түгел, республикала танылыу ала бара. Күҙ теймәһен!

Зөлхизә биш кенә йәшендә Инйәрҙә ойошторолған "Йөрәк һүҙе" төбәк конкурсында  ҡатнашып, проект авторы Наилә Сәфәрғолованы һәм тамашасыларҙы һоҡландыра. Шунан бирле Өфөлә үткән бер тамашаны ла ҡалдырмай. Әсәһе Асия Рим ҡыҙы менән йыл һайын баш ҡалаға килеп ҡарайҙар. Бәләкәс Зөлхизә, сәхнә күренмәгәс, хатта баҫып тора. Кескәй генә йөрәге менән һәр шиғырҙың асылын аңларға тырыша. Ә быйыл Наилә Сәфәрғолова Зөлхизәне махсус рәүештә Өфө сәхнәһендә шиғыр һөйләргә саҡырған. Сығышынан һуң шиғри йөрәкле ҡыҙға проекттың символик таҫтамаһы тапшырылды. Быйылғы "Йөрәк һүҙе" "Әсәлек һәм илһөйәрлек" темаһына арналғайны.

    – Әсәй, быйылғы бәйге бигерәк йөрәкте ауырттырҙы, ибет, – ти һуңынан Зөлхизә. – Һуғышта ҡатнашҡан атайҙарҙың да йөрәктәре бөткән бит инде, һуғыш тамамланып, өйҙәренә ҡайтҡас, улар ниндәй булыр икән?..

Һәр тамашанан һуң уйланып йөрөй, шунан фекерен әйтеп ҡуя ул. Ҡыҙ үҙе лә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайҙар тураһында  шиғыр һөйләне бит.

    Әсәһе менән икәүләп тә конкурстарҙа, төрлө сараларҙа йыш ҡатнашалар. Белорет районында үткән "Йөрәк һүҙе"ндә – I, Магнитогорск ҡалаһында III урын алалар. Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарын ятлай улар.

Зөлхизә китап уҡырға ярата. Күңеленә ятҡан шиғыр килеп сыҡһа, әсәһенә күрһәтә, шунан ятлап ала. Әлбиттә, Асия Рим ҡыҙы һәр саҡ йүнәлеш биреп, матур кәңәштәрен әйтеп ебәрә. Ҡыҙ йыл һайын ҙур теләк менән "Йәйләү" онлайн-лагерында ла  ҡатнаша, халҡыбыҙ тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, күренекле шәхестәребеҙ тураһында белемен арттыра. Конкурстарҙа еңеүселәр исемлегенә  инә.

Тасуири һөйләү буйынса бүтән темаларға үткән район,  республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнаша һәм уңыш яулай ул.

2021 йылда Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро үткәргән "Минең атайым – минең батырым" иншалар конкурсында призлы урынға лайыҡ була. Атаһы менән икеһен  "Торатау" конгресс-холына бүләкләү тантанаһына саҡыралар. "Тамыр" телеканалы ойошторған "Уҡытыусыма" тигән иншалар конкурсында ла Зөлхизәнең ижад емеше юғары баһалана. Уҡытыусыһы Сирен Робис ҡыҙы Иҙрисова менән икеһен "Тамыр" концертында бүләкләйҙәр.

Йосоповтар ғаиләһендә – өс бала. Зөлхизә – иң кесеһе, ағаһы  Өфөлә уҡый,  ә апаһы Ҡазанда йәшәй. Атаһы эштә саҡта әсәһе менән икәүләп донъя көтәләр.

   – Өлкәндәрсә фекерләй, һәр күренешкә үҙ ҡарашын белдерә белә. Өйҙә бөтә эште лә эшләшә, үҙемә бер йыуаныс, иптәш, ярҙамсы, серләшеп тә алабыҙ, – ти Асия Рим ҡыҙы. Ул интернатта тәрбиәсе булып эшләй, "Иҙел буйы" яҙыусылар берлеге ағзаһы.

   – Мин уҡыусы сағта яҙыусы, педаго Мәрйәм Бураҡаева беҙҙең Йөйәк мәктәбендә эшләп китте. Уға остазым тип ҡарайым, һоҡланам. Үҙем дә балаларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышам, – ти Асия Йосопова.

Ә Зөлхизә кеүек балалар барҙа телебеҙҙең киләсәге өмөтлө.

Шиғри йөрәкле Зөлхизә
Шиғри йөрәкле Зөлхизә
Шиғри йөрәкле Зөлхизә
Шиғри йөрәкле Зөлхизә
Автор:
Читайте нас