+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
10 Октябрь 2023, 17:27

Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға саҡырабыҙ!

11 – 15 октябрҙә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы "УМАЙ" этно-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошмаһы менән берлектә башҡорт теле буйынса олимпиада үткәрә. Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға саҡырабыҙ!Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Башҡорт теленән олимпиадала ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы һорауҙар менән онлайн-тест формаһында эштәр әҙерләнгән:

  1. Башланғыс кимәл – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
  2. Ирекле кимәл – башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
  3. Башҡорт теле диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн диалекттар темаһына һорауҙар.

Ҡатнашыу өсөн:

  1. 11 – 15 октябрҙә олимпиаданың сайтына http://basholimpiada.ru/ инергә;
  2. Теркәлеү үтергә – олимпиадала теркәлгән ҡулланыусылар ғына ҡатнаша ала;
  3. Өс кимәлдең береһен һайларға һәм 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә;
  4. Тест тамамланғас, йыйылған балдар менән сертификат алырға.

Олимпиада тамамланғас, сайтта белемде үҙ аллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар баҫыласаҡ. Әгәр һеҙҙә теркәү, тест үтеүҙең техник аспекттары йәки сертификат алыу менән ауырлыҡтар тыуһа, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телефонына мөрәжәғәт итегеҙ: 7(3472) 46-58-24.

Олимпиадала теләгән кеше ҡатнаша ала (7+).

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас