

Ҡатнашыусыларға өс төрлө кимәл тәҡдим ителде. Башланғыс, иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең диалекттарын яҡшы белеүселәр өсөн тест һорауҙары әҙерләнгәйне. Биш көн дауамында барған сарала барлығы 27 мең 614 кеше ҡатнашҡан. Башланғыс кимәлде – 17 мең 557 кеше, иркен аралашыусылар кимәлен – 8 мең 843, ә диалекттар һорауҙарын 1 мең 214 кеше һайлаған. 67 Рәсәй төбәге, 23 ил вәкилдәре белемен һынаған. Иң әүҙемдәре – Башҡортостан, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Һамар һәм Свердлов өлкәләре, Франция, Германия, АҠШ һәм Нидерландтар.
“Кеше туған телен өйрәнергә тырышһын өсөн шарттар, яҡшы методик һәм техник программалар булдырырға кәрәк. Башҡорт теленән олимпиада – телде популярлаштырыуҙа яҡшы ҡоралдарҙың береһе”, – тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров.
Олимпиада тамамланды, һәр ҡатнашыусы сайтта хаталарын тикшерә ала.
Сараны ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, "УМАЙ" этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү ойошмалары. Проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды.