

Повестың төп геройы – Ильяс. Ата-әсәһе бер-бер артлы үлеп киткәс, апаһы һәм һеңлеһе менән балалар йортона барып эләгә. Яҡын кешеләрен юғалтыу ҡайғыһынан арынып өлгөрмәгән балаларға сит мөхиткә эйәләшеп, өйрәнеп китеүе лә ауырға тура килә. Етмәһә, тәрбиәселәр ҙә уларҙың күңелдәрен китерлек һүҙҙәр әйтә. Бигерәк тә балалар йорто директоры Мәүлиҙә Нурғәлиевнаның тәрбиәләнеүселәренә ҡарата һалҡын ҡарашы һиҫкәндерҙе. Үкенескә күрә, ысынбарлыҡта ла ундай әҙәмдәр осрап тора. Көсө, йәше менән ҡупырынып, үҙҙәренән бәләкәстәрҙе ҡыйырһытыусы Даян ише малайҙар ҙа табыла. Әҫәр сюжеты менән тыныс ҡына танышып булмай. Ирекһеҙҙән илағы килә.
Бер туған ҡустымдың да исеме – Ильяс. Уға – ун йәш. Аҡыллы, тырыш малай булып үҫеп килә. Төп геройға туғанымдың исеме бирелгәнгәме, ул кисергән ауырлыҡтарҙы уҡып, күңелемә ныҡ яҡын алдым. Бер үк ваҡытта атайлы-әсәйле, олатайлы-өләсәйле тормошобоҙ өсөн шөкөр итергә кәрәклеген дә аңланым. Сөнки беҙҙең бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалғаныбыҙ, яңғыҙлыҡты тойғаныбыҙ юҡ. Яҡындарыбыҙ һәр саҡ яныбыҙҙа. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы аша ғаилә күңел йылыһын ғүмерлеккә еткерерлек итеп бирерҙәй усаҡ икәнлегенә төшөндөм. Авторға был әҫәре өсөн рәхмәт әйткем килә.
Динислам ЗӘЙНЕТДИНОВ,
VII синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы,
Юлыҡ мәктәбе.