

Минең Ватаным
Океандан киң,
Гүзәллектә ул
Сәскәләргә тиң, – тип йырлап килеп инде Баййегетем.
- Ул йырҙы ҡайҙан беләһең?
- Баҡсала өйрәттеләр!
- Ә һин ниндәй баҡсаға йөрөйһөң?
- Башҡорт!!!
⠀
Белорет ҡалаһының йөҙөк ҡашы - ул да булһа башҡорт балалар баҡсаһы! Ни өсөн йөҙөҡ ҡашына тиңләйем? Сөнки урыҫ ҡалаһында шундай мәртәбәле баҡса булыуы – үҙе бер ҡыуаныс!
Балалар тыуғас та, ҡайһы баҡсаға алып барырға икән, тигән һорау тыуманы. Сөнки милли рухта, телен белеп, илен һөйөп үҫһен тиһәң, бала үҙ мөхитендә үҫергә тейеш!
Тағы ла бер мөһим фактор – баланың теләге! Балалар баҡсаға теләп йөрөй икән, ҡыуанып бара икән, тимәк, психикаһы ҡаҡшамай, киреһенсә, тиҫтерҙәре менән аралашып, ҡыҙыҡһынып, тиҙерәк үҫешә.
Шулай итеп, өс балам да ошо баҡсала ҡыуанып, башҡорт телендә йырҙар йырлап, милли кейемдәр кейеп башҡортса бейеп, шиғырҙар һөйләп, башҡорт байрамдарын үткәреп үҫтеләр һәм әле булһа ла үҫәләр! Үҫәләр тим, сөнки Баййегетем әле баҡсаға йөрөй.
Тәрбиәселәр тураһында яҙмаһам, яҙыҡ булыр ул. Асыҡ күңелле, ихлас, кешелекле, кеселекле тәрбиәселәр булғас, балалар уларға ылығып, һәр әйткәндәрен тыңлап, күңелдәренә һеңдереп, шәхес булып үҫәләр. Сөнки тәрбиәселәр уларға шәхес итеп ҡарай.
Балалар баҡсаһында төрлө байрамдар, спорт уйындары, викториналар үткәрелә, ҡала буйлап экскурсияларға йөрөп, светофор менән танышып, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып торалар.
⠀ Ошондай баҡсабыҙ булыуға ҡыуанам һәм етәксеһе Таңсулпан Нуритдин ҡыҙына рәхмәтемде еткерәм! Беҙҙең балалар өсөн тырышып, ябай булмаған шарттарҙа башҡорт баҡсаһын күтәреүҙә, татыу коллектив туплап, балаларға милли рухта тәрбиә биреүҙә һеҙҙең баһағыҙ әйтеп бөткөһөҙ.
Шулай итеп, беҙҙең балалар баҡсаһына - 20 йәш! Юбилей! Күпме балаларҙы башҡорт рухы, Тыуған илгә һөйөү, телгә ҡарата ғорурлыҡ тәрбиәләп, оло тормош юлына оҙатҡандар. Оҙон ғүмерле бул, башҡортомдо берләштереп тороусы башҡорт балалар баҡсаһы!