+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
13 Ноябрь 2023, 11:21

Беҙҙең киләсәк ул – балалар!

Телевизорҙы, интернетты урыҫса йәнһүрәттәр баҫып алған ваҡытта балаларҙы туған телдә һөйләштереү ҡатмарлы. Уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә лә еңелдән түгел. Бөтә булған методик әсбаптар, дәреслектәр урыҫ телендә. Ошондай шарттарҙа балала милли ҡиммәттәргә, туған телгә ҡарата нисек һөйөү тәрбиәләргә? Балала башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуҙы нисек уятырға?

Беҙҙең киләсәк ул – балалар!
Беҙҙең киләсәк ул – балалар!

“Балалар” проекты – саф башҡорт телендә эшләнгән йәнһүрәттәр теҙмәһе. 1 йәштән 5 йәшкә тиклемге кескәйҙәргә тәғәйенләнгән йәнһүрәттәр туған телдә белем биреү форматында булдырылған. Һәр серияһын балалар көтөп ала, сөнки улар тирә-яҡты, донъяны саф башҡорт телендә, яратҡан персонаждары менән өйрәнергә мөмкинлек бирә.

Тәүге биш серия 2019 йылда сыҡҡайны. Бөгөнгө көндә 20-нән ашыу серия донъя күрҙе. Кескәйҙәр йәнһүрәтте яратып ҡабул итте. Ошо ваҡыт эсендә төп геройҙар менән дә дуҫлашып бөттөләр: айыу Аяз, төлкө Таңсулпан, бүре Булат, бесәй Бибинур. Тап ошо персонаждар балалар һәм атай-әсәйҙәр менән төрлө төҫтәрҙе, миҙгелдәрҙе өйрәнә, ә уҡытыусы өкө – Өммөбикә уларға был эштә ярҙам итә.

Проект етәксеһе Рузилә Кинйәбулатова әйтеүенсә, йәнһүрәт ысынлап та уңышлы булһын өсөн һәр дүртенсе башҡорт уны балаһына күрһәтергә тейеш. “Балалар” проекты алдында ҙур һәм мөһим мәсьәлә тора – башҡорт йәнһүрәте аша телебеҙҙе өйрәтеү. Балалар туған телдә һөйләшеүен туҡтатһа, киләсәктә башҡорт телен белгән бер кеше лә ҡалмаясаҡ. Беҙҙең киләсәк ул – балалар! Ә балаларыбыҙҙың ҡулында – беҙҙең башҡорт теле!

Проектты булдырыу ҙур көс талап итә. Матур һәм сағыу йәнһүрәттәр артында ҙур команда: етәксе, аниматорҙар, йыр авторҙары, сценаристар, актёрҙар һәм башҡалар тора. Йәнһүрәтте сығарырға аҡса ла кәрәк бит. Улар Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары, бағыусылар һәм проект етәксеһе Рузилә Кинйәбулатованың Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы тарафынан бирелгән стипендияһы ярҙамында донъя күрҙе.

10 – 15 серия менән генә балаға башҡорт телен өйрәтеп булмай. Ә йәнһүрәттәр һанын арттырыу өсөн нимә эшләргә һуң? Яуап ябай – краудфандинг, йәғни яны сериялар өсөн күмәкләп аҡса йыйыу. Тап ошолай мәсьәләне хәл итеп була. Башҡорт телен үҫтереүҙән ситтә ҡалмағыҙ! Белешмәләр өсөн телефон һандары: 89273086772 (Айгөл Байназарова) – “Балалар” проектының пиар-менеджеры.

“Бәйләнештә” селтәрендәге төркөм: https://vk.com/balalar; YouTube платформаһында махсус бит: https://www.youtube.com/@balalarRB; проектың краудфандинг нигеҙендә булдырылған бите: https://boomstarter.ru/projects/1118789/obrazovatelnye_multfilmy_na_bashkirskom_yazyke_balalar.

Беҙҙең киләсәк ул – балалар!
Беҙҙең киләсәк ул – балалар!
Беҙҙең киләсәк ул – балалар!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: