

Һайлап алыу туры https://olympiadsvosh.s-vfu.ru платформаһында 2024 йылдың 9 ғинуарына тиклем барасаҡ. Йомғаҡлау этабы Өфө фән һәм технологиялар университетында февраль-март айҙарында уҙасаҡ.
Олимпиадала ҡатнашыу өсөн https://olympiadsvosh.s-vfu.ru платформаһында теркәлеү үтергә, анкета тултырырға кәрәк.
Шунда уҡ былтырғы эштәрҙе үтәп ҡарап, үҙегеҙҙең белемегеҙҙе тикшереп ҡарарға була. Мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, дуҫтар. Уңыштар теләйбеҙ! Һорауҙар менән 7 965 945-74-44 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Әйткәндәй, былтырғы олимпиаданың һайлап алыу турында VIII-XI синыфтарҙан 514 уҡыусы ҡатнашып, шуларҙың 228-е икенсе этапҡа үткән. Улар - республиканың 20 районынан, 7 ҡалаһынан һәм Өфөнөң 6 лицейы һәм гимназияһынан. Федераль исемлеккә индерелгән был олимпиадала еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар, урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханын кәмендә 75 балға биргән осраҡта, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инә ала.
Фотоларҙа былтырғы олимпиадала ҡатнашыусыларҙы күрәһегеҙ.