

Әлбиттә, күп кенә һүҙҙәрҙе үҙебеҙ ҙә үҙләштергәнбеҙ. Бынан биш быуат самаһы элек урыҫтар менән аралашып йәшәй башлағас, халҡыбыҙ лөғәтенә өҫтәл, самауыр, тәрилкә, кәстрүл, картуф, помидор, груша, һалдат, гармун һәм башҡа байтаҡ һүҙҙәр күскән. Уҙған быуат баштарынан хәҙергәсә телебеҙгә инеп өҫтәлә килгән машина, автомобиль, велосипед, самолёт, вертолёт, ракета, поезд, ручка, пенал, портфель, радио, телевизор, телефон, компьютер һымаҡ һүҙҙәр ҙә күп кенә. Улар сығанағы хаҡында бөгөн бер аҙ һөйләмәксемен.
Беренсе сентябрҙе «Белем көнө» тип билдәләйбеҙ. Бик күптәр балалар баҡсаһынан бушанып, тәүге мәртәбә мәктәп тупһаһына баҫа. Кескәйҙәр «Әлифба» менән таныша. Бына шул китаптың атамаһы ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын беләбеҙме? Аңлатам. Беҙҙең ҡартатайҙарыбыҙҙың ҡартатайҙары ғәрәп хәрефтәре ярҙамында уҡый-яҙғандар. Ана шул ғәрәби алфавиттың иң тәүге «әлиф» (а, ә) һәм «бә» (б) хәрефтәренән тора ла инде был китап исеме.
Ата-бабаларыбыҙ бынан мең йыл самаһы элек ислам динен ҡабул итеп алған. Шул хаҡ дин менән бергә бик күп һүҙҙәр ҙә телебеҙгә инеп, үҙебеҙҙеке булып киткән. Әлеге көндә барыбыҙ ҙа ҡулланып һөйләшеп йөрөгән бихисап һүҙҙәребеҙ ғәрәп теленән икәнлеген күптәр белмәйҙер ҙә. Әйткәндәй, «бихисап» та, «хәреф» тә – ғәрәп һүҙе. Уларҙың күптәре төрки тел аша, ә бәлки, туранан-тура ла күскәндер, был хаҡта тел белгестәренең фекерен дә ишеткәндә яҡшы булыр ине. Ундай һүҙҙәрҙе эҙләп әллә ҡайҙа бараһы юҡ, һәр кемебеҙгә аҙым һайын осрай улар. Ғилем, әҙәп, тәртип, хаҡ, хата, китап, дәфтәр, ҡәләм, мәктәп, миҫал, мәсьәлә, хәтер, хәтәр, хикәйә, шиғыр, саф, һауа, мөхәббәт, хөрмәт, рәхмәт, рәхәт, аҡыл, зиһен, ихтирам, иғтибар, ихтыяр, фекер, заң, хатта, ләкин, фәҡәт, донъя, йәмле, әмәл, ғәмәл, ғөрөф, ғәҙәт, ҡиммәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәйәсәт, иҡтисад һәм башҡа бик күп ғәрәп һүҙҙәрен заманында ныҡ уҡымышлы булған беҙҙең ата-олаталарыбыҙ ҡуллана барып, бөгөнгәсә телебеҙҙә һаҡланып килә. Халыҡ, холоҡ, фиғел, сәбәп, шарт, ҡағиҙә, мөһим, мөмкин, мотлаҡ, ҡәтғи, хәрәкәт, бәрәкәт, бәхет, кәсеп, сәғәт, ваҡыт, дәүер, ен, шайтан, сауап, гонаһ, фәҡир, меҫкен, етем, хәйер, саҙаҡа һымаҡ шул ғәрәби һүҙҙәрҙең барыһын да һанап китә башлаһаҡ, гәзитебеҙ битенә лә һыймаҫ ине, моғайын. Хатта «сүкеш» һүҙе лә ғәрәпсә «шүкеш», сәй – «шәй», аш – «шурпа», татлы «хәлүә» була икән. Һуғыш – «хәрб», ә һуғышсы «хәрби» икәнлеген дә белмәүселәр барҙыр. Бәлә-ҡаза, яза, хәүеф, һәләкәт, ғәйбәт, ғазап, ахмаҡ, хыянат, вафат, ҡәбер, зыярат, йәннәт, йәһәннәм һүҙҙәрен дә халҡыбыҙ һуңғы ун быуат самаһы элек ғәрәптән үҙләштергән. Октябрь революцияһынан һуң да олатайҙарыбыҙ ҡулланған ихтилал (восстание), хөрриәт (азатлыҡ), шура (союз), рәис (председатель), байраҡ һымаҡ һүҙҙәрҙе Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Мәжит Ғафури кеүек элекке мәшһүр яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрендә йыш ҡына осратырға мөмкин.
Әле һанап кителгән һәм башҡа һүҙҙәрҙе «Ғәрәпсә-урыҫса һүҙлек»тән ҡарап ултыраһың да шаҡ ҡатаһың. Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, Изге Ҡөрьәнде Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт һөйләшкән ғәрәп телендә төшөргән дә инде. Шуның өсөн дә диндар булған беҙҙең ата-бабаларыбыҙ был телгә ныҡ әһәмиәт биргән, мөғәллимдәребеҙ уны яҡшы белгән. Таңһылыу Күсимованың «Исемдәр донъяһында» тигән китабында һәр исемдең артына ғәр. (ғәрәпсә) йә фарс. (фарсы) тигән һымаҡ аңлатмалар ҡуйылған булһа, «Башҡортса-урыҫса һүҙлек»тә бындай һүҙҙәрҙең йәнәшәһендә башлыса уст. тигән билдә ҡуйылған (устаревшее слово), ә бик күптәре шул көйө генә тәржемәләнеп яҙылған.
Урыҫ, ғәрәп һүҙҙәренән тыш, әлбиттә, беҙгә башҡа яҡтан килеп ингәндәре лә бар. Мәҫәлән, «балта» һүҙенең боронғо булғарҙарҙан ҡалғанлығы, «күркә» тигән һүҙ Иран яғынан килеүе хаҡында ҡасандыр ҙур ғына бер мәҡәлә уҡыған инем. Һуңғы йылдарҙа телебеҙгә күпләп инә барған «евро» һүҙҙәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ошо ысынбарлыҡтан бер ҡайҙа ла ҡасып китә алмайбыҙ инде беҙ. Туған телебеҙҙе яҡшы беләйек, ентекләп өйрәнәйек, шул уҡ ваҡытта һүҙҙәребеҙҙең сығанағын да белеү беребеҙгә лә ҡамасауламаҫ, моғайын.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.
Фото: yandex.