+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
14 Ноябрь 2023, 13:00

Рәшит Назаровҡа арнап

Гимназиябыҙҙа күренекле яҡташ шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың тыуған көнөндә «Бөтә ғаләм – ҡәләм осонда» тигән район шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙҙы.

Рәшит Назаровҡа арнапРәшит Назаровҡа арнап
Рәшит Назаровҡа арнап

Бәйгене гимназиябыҙҙың директоры Светлана Рәшит ҡыҙы Юлмөхәмәтова асып ебәрҙе. Конкурста ҡатнашыусыларҙы район мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Әнүәр улы Ғилә­зетдинов сәләмләп, киләһе 2024 йылда Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнал­ған сараларҙың планға индерелеүен хәбәр итте.
Яҡташыбыҙҙың ижадын әүҙем пропагандалаусы уҡытыусыбыҙ Светлана Николаевна Атмасова конкурсанттарға уңыштар теләп, «Йөрәк» шиғырын сыуаш телен­дә уҡып күрһәтте. Уның сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде.
Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Рәшит Назаровтың шиғырҙарын башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш, хатта инглиз телдәрендә лә илһамланып, тас­уири һөйләүсе конкурсанттарыбыҙ күп булды.
«Бөтә ғаләм – ҡәләм осонда» шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен ябыу тантанаһында еңеүселәрҙе Ауырғазы районы хакимиәте баш­лығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Азат Рәфҡәт улы Әлимбәков ҡотланы. Ул иң-иңдәр­гә Почёт грамоталары һәм иҫтә­леккә билдәле «Кирач» оҫтаханаһының Рәшит Назаров портреты һынландырылған магниттарын бүләк итте.
Еңеүселәрҙе «Дуҫлыҡ» ҡурайсылар ансамбле, бейеүсе ҡыҙҙарыбыҙ һәм VI шайморатовсылар cиныфы ҡотланы.
Сарала ҡатнашҡан уҡыусылар­ға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға, килгән ҡунаҡтарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Рәшит Назаровтың ижады йәшәй һәм йәшәйәсәк!

Лиана ЙӘЛИЛОВА, йәш хәбәрсе.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Рәшит Назаровҡа арнап
Рәшит Назаровҡа арнап
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас