-28 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡобайыр һөйләнек

Боронғо башҡорт исемен йөрөтһәм дә, аралашыуым бөтә заман балалары кеүек күберәк урыҫ телендә булыуы әсәй менән атайҙы ғына түгел, үҙемде лә борсой башланы...

Ҡобайыр һөйләнек
Ҡобайыр һөйләнек

Бер тигәс тә ни яман?

Телде белмәү – шул яман.

Ике тигәс тә ни яман?

Телде белеү кәрәкме ул тип икеләнеү – шул яман.

Ошо һүҙҙәр менән беренсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә сығышымды башлап ебәрҙем. Ул Әбүбәкер ауылында үтте. Нисек ҡатнашыуым хаҡында һеҙгә лә һөйләгем килә, дуҫтар.

Боронғо башҡорт исемен йөрөтһәм дә, аралашыуым бөтә заман балалары кеүек күберәк урыҫ телендә булыуы әсәй менән атайҙы ғына түгел, үҙемде лә борсой башланы.

Акъяр ауылында асылған 3-сө полилингваль күп профилле мәктәпкә уҡырға күскәс, башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Рәшит ҡыҙы ла быға иғтибар итте. Ул мине телде яҡшылап өйрәнергә әйҙәп, талапсан ғына итеп эшен башлап ебәрҙе. Телемә ҡыҙыҡһыныуым яйлап арта барҙы. Уҡытыусым ҡобайырсылар бәйгеһендә ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ҡурҡһам да, риза булдым.

Бәйгелә “Ни яман да, ни яҡшы” ҡобайыры менән Әнүәр Асҡаров менән сығыш яһанык. Конкурс район кимәлендә үтте. Ҡатнашыусылар араһында күп талантлы тиҫтерҙәрем булды, танышып алдыҡ. Мәртәбәле II дәрәжәле дипломға лайыҡ булыуым мине ҡанатландырҙы. Беренсе булыу теләге лә юҡ түгел ине, көс тә бар һымаҡ. Әсәйем артабан килеп сығасаҡ, тип күңелемде үҫтереп ебәрҙе.

Бер тигәс тә ни яҡшы?

Теләк менән йәшәү – шул яҡшы.

 

Зөлхизә ИСҠУЖИНА.

Хәйбулла районы.

Ҡобайыр һөйләнек
Ҡобайыр һөйләнек
Ҡобайыр һөйләнек
Ҡобайыр һөйләнек
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас в