+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
19 Ноябрь 2023, 14:00

Балалар ҡоролтайы эш башланы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Фәнни майҙан” үтте. Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Балалар ҡоролтайы эш башланы. Ағзалар ҡабул ителде, тәүге йыйылыш уҙҙы.

Балалар ҡоролтайы эш башланы
Балалар ҡоролтайы эш башланы

Балалар ҡоролтайына ағза итеп Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия, 3-сө башҡорт лицей-интернаты, 23-сө полилингваль мәктәп уҡыусылары ҡабул ителде. Белеүегеҙсә, ҡоролтайҙың төп маҡсаты – республикабыҙҙағы һәм сит өлкәләрҙәге башҡорттарҙы  берләштереү, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү, дуҫлыҡты, милләт-ара татыулыҡты нығытыу. Балалар ҡоролтайы ағзалары ла ошо изге эштәргә ярҙам итергә, яҡшы уҡырға, ололарҙы хөрмәт итергә бурыслы. Улар илебеҙҙең тоғро, рухлы ул һәм ҡыҙҙары булып үҫергә тейеш. Ҡоролтай ағзаһы булыу ул – ҙур хөрмәт!

Фото: vk.com.

Балалар ҡоролтайы эш башланы
Балалар ҡоролтайы эш башланы
Балалар ҡоролтайы эш башланы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: