

Яңыраҡ йәнә шатлыҡлы хәбәр килде: проект “Росмолодежь. Гранттар. 2 миҙгел” конкурсында 800 мең күләмендәге грантҡа эйә булған. “BASH.LINGUA” 9116 эш араһында 268 балл йыя һәм 6-сы урынды биләй. Гранттарға бөтә илдән 607 ҡатнашыусы лайыҡ булған.
Аҡса ҡайҙа йүнәлтеләсәк? Проект командаһы йәштәр өсөн республика кимәлендәге этнофорум ойошторорға ниәтләй. Сараның маҡсаты – Башҡортостан һәм сит ил йәштәренең бәйләнешен булдырыу. Милли мәҙәниәтте халыҡ-ара киңлектә танытыу төп бурыс булып тора. Алға, йәштәр!