

Яңы проект менән танышыу өсөн “Башинформ” залына Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһының IV “В” синыфы уҡыусылары һәм ӨФҺТУ студенттары килде. Ҡунаҡҡа иһә аудиоәкиәттәрҙе уҡыған билдәле шәхестәребеҙ үҙҙәре саҡырылғайны. Техник ярҙам күрһәткән “Русская музыкальная индустрия” компанияһының (Мәскәү) генераль директоры Иван Генов та ҡатнашты.
Халыҡ ынйылары өлгөләре ике телдә лә яҙҙырылған. Уларҙы “Агата Кристи” төркөмөнә нигеҙ һалыусы музыкант Вадим Самойлов, “Пицца” төркөмө етәксеһе Сергей Приказчиков, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов, мультиинструменталист Зәйнетдин, алып барыусы Флүрә Мурзина уҡый.
Заһир Зәйнетдинов иһә ошо йүнәлештәге ижад емештәре ныҡ кәрәкле булыуын билдәләне:
Аудиоәкиәттәрҙән өҙөктәр тыңлап алғас, балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Иң әүҙемдәргә “Китап” нәшриәте үҙ продукцияһын бүләк итте. Уның директоры Эльмира Хәйретдинова билдәләүенсә, тиҙҙән аудиоәкиәттәрҙе нәшриәттең рәсми сайтында һәм “Яндекс. Музыка” сервисында тыңларға мөмкин буласаҡ.
АВТОР фотолары.