+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
27 Ноябрь 2023, 12:19

“Әсәм теле — сәсән теле” бәйгеһе бара

14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Ошо байрам айҡанлы гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ижади бәйге иғлан итәбеҙ. Ул “Әсәм теле — сәсән теле” тип атала.

Дуҫтар, һеҙгә туған телебеҙгә, милли әҙәбиәтебеҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына арналған ижад емештәрегеҙҙе беҙгә ебәрергә кәрәк. Йәнегеҙ теләгән жанрҙы һайлай алаһығыҙ: шиғыр, мәҡәлә, хикәйә, әкиәт, нәҫер... Фото ла өҫтәргә була.

Ижади эштәр 13 декабргә тиклем yanshishma02@yandex.ru электрон почтаһына һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге https://vk.com/club45440006 төркөмөндә ҡабул ителә. Киске алтыға тиклем ебәреп өлгөрөгөҙ! Еңеүселәрҙе жюри билдәләйәсәк. Иң-иңдәр редакциябыҙҙың Маҡтау грамотаһы һәм күренекле яҙыусыларҙың автографлы китаптары менән бүләкләнәсәк. Ә уларҙың эштәре гәзитебеҙҙең 22 декабрь һанында баҫылып сығасаҡ. Башланыҡ!

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас