+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
1 Декабрь 2023, 05:36

Зөлхизәнең әйтер һүҙе

 Белорет районы Инйәрҙәге 2-се мәктәптең IV синыфынан Зөлхизә ЙОСОПОВА ла "Әсәм теле - сәсән теле" конкурсында ҡатнаша. Уның тиҫтерҙәренә әйтер һүҙе бар. Ижад емешен уҡып ҡарағыҙ әле.

    Йөрәк һүҙем...
“Әйтелгәндә йөрәк һүҙе, нисек түҙә йөрәк үҙе” тиҙәр. Был әйтемде әсәйем былай тип аңлатты:“Йөрәк һүҙе ул,ҡыҙым, йөрәгеңдән урғылып сыҡҡан хистәр. Ул һүҙҙе һин мотлаҡ еткерергә тейеш. Тик онотма, әйтер һүҙең уйланылған булһын, сөнки уның өсөн һин оло яуаплылыҡ алаһың.”
Биш йәшемдән әсәйем менән” Йөрәк һүҙен”дә ҡатнаштым, йөрәк һүҙемде әйттем. Балалар баҡсаһында йөрөй инем әле. Ағайымдың йәйге каникулға сығыуын көтөп ала инем, сөнки уның менән бергә мәктәптәге "Йәйләү" лагерында рәхәтләнеп саф башҡортса уйындар уйнап, йырлап-бейеп, ырыуҙар тураһында өйрәнә инек.
Һөйөндөргәне мине... тап шул апайҙар һәм ағайҙар менән башҡортса аралашыу ине.
...Көйөндөргәне иптәштәремдең үҙ телдәрендә һөйләшмәүҙәре булды. Әсәләре:”Ана ҡайһылай башҡортса матур һөйләшә был ҡыҙыҡай”, - тип үҙҙәре миңә һоҡлана, үҙҙәре балалары менән урыҫ телендә аралаша. Аңламайым, был күренеш хәҙер синыфташтарым араһында ла дауам итә.
“Башҡорт балалары баҙнатһыҙ булып үҫергә тейеш түгел”, - ти әсәйем һәм үҙенең үрнәге менән ҡурҡмай ҙур пландар ҡорорға, уларҙы ҡыйыу тормошҡа ашырырға өйрәтә.
Шуға ла ошо теләктәр мине алға әйҙәй, мәктәп һәм район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, көсөмдө һынайым.
Илһам биргәне...атай-әсәйем, туған мәктәбем һәм туған телем. Башҡорт булыуыма ғорурланам, башҡорт мәктәбендә белем алыуыма һөйөнәм, атай-әсәйемә туған телемдән мәхрүм итмәүҙәренә рәхмәтлемен.
Йыл да әсәйем менән Өфөлә үткәрелгән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһен ҡарарға барабыҙ, көтөп алам уны. Ултырып арып китһәм, сәхнә күренмәһә, баҫып тороп ҡарайым, һәр шиғырҙың асылын аңларға тырышам. Быйыл үҙем дә “Минең атай һуғышта” исемле шиғыр ятланым, проекттың символик таҫтамалы менән бүләкләндем. Бәйге шул тиклем йөрәкте ауырттырҙы. Һуғышта ҡатнашҡан атайҙарҙың да, уларҙы көткән әсәләрҙең, балаларҙың да йөрәктәре бөткән инде...
Тиҙерәк бөтһөн инде
СВО тигәндәре...
Тыныс тормош, һин кил инде
Ауыр бит көтөүҙәре...
Әйтер һүҙем, йөрәк һүҙем бар! Әле ул әйтелмәгән. Мотлаҡ әйтәсәкмен, тик әлегә теләгем шул: телле, рухлы булып үҫәйек! Әсәйҙәр оло ҡомартҡы - тел ҡотонан айырмағыҙ балаларығыҙҙы, бәхетле бала саҡ яҙһын һәр сабыйға, атайҙар еңеү менән иҫән ҡайтһын!Тулы ғаилә –ил яҙмышы. Ҡайт ҡотом,ҡайт!   Зөлхизә ЙОСОПОВА. Белорет районы, Инйәрҙәге 2-се мәктәп.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас