+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Әсәм теле - сәсән теле
6 Декабрь 2023, 06:51

Бәйгебеҙ дауам итә

Сираттағы ҡатнашыусыбыҙ – Өфөнән Әмир Баймырҙин. Ул шиғырын яратҡан уҡытыусыһы Гөлназ Әнүәр ҡыҙына арнаған.

Бәйгебеҙ дауам итәБәйгебеҙ дауам итә
Бәйгебеҙ дауам итә

Яратҡан уҡытыусыма

Беҙ килгәндә мәктәпкә

Йылмайып ҡаршы ала.

Дәрестәр бөткәс инде

Яратып оҙатып ҡала.

 

Беренсенән өйрәтә ул

Уҡырға һәм яҙырға.

Артабан да тырышырға,

Дөрөҫ ҡушып-алырға.

 

Башҡорт теленә ҡарата

Һөйөү уята беҙҙә.

Туған телеңде бел, ти,

Килмәҫ ҡыҙыллыҡ йөҙгә.

 

Күпме көсөн йәлләмәй

Иртә таңдан төнгәсә.

Дәфтәрҙәрҙе тикшерә

Йоҡламайса таңғаса.

 

Күңеле таҙа, үҙе дәртле,

Йылмайып йөрөй һәр саҡ.

Һеҙҙен кеүек шәп уҡытыусы

Булырбыҙ беҙ ҙә бер саҡ.

 

Уҡытыусым! Һеҙ өйрәткәнде

Тыңлауы шундай рәхәт!

Биргән дәрестәрегеҙ өсөн

Һеҙгә бик ҙурҙан рәхмәт!

 

Әмир БАЙМЫРҘИН, II А” синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы,

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас